ОТР федераль телеканалының тура эфирында “Башҡортостан Республикаһы көнө” программаһы сиктәрендә БР Сәнәғәтте үҫтереү фонды генераль директоры урынбаҫары Азамат Юлғотлин сәнәғәт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.
Алып барыусылар менән әңгәмәлә ул республикала импортты алмаштырыу буйынса бурыстарҙы инвестиция проекттарын льготалы финанслауҙы тормошҡа ашырған Сәнәғәтте үҫтереү фонды хәл итергә ярҙам итеүен билдәләне.
– Эш башлағандан алып 110 проектҡа ярҙам иттек. Республикаға инвестициялар күләме 41 миллиард һумдан ашҡан. Тәү сиратта предприятиеларға аҡса Сәнәғәтте үҫтереү фонды средстволары иҫәбенә бирелә. Улар льготалы займдар рәүешендә бирелә, – тине Азамат Юлғотлин.
Инвесторҙар федераль һәм төбәк фондтарынан берлектә финанслау сиктәрендә ярҙам ала. Бөгөнгө көнгә федераль фондтан 16,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.
Уның белдереүенсә, республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса һөҙөмтәле институт – бизнес-шәрифтәр барлыҡҡа килде.
– Бизнес-шәрифтәр вазифаһы һәр муниципалитетта булдырылды. Биләмәләге бизнес-шәрифтәр предприятиелар һәм эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итә, бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырғанда килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Беҙ ҙә улар менән әүҙем эш итәбеҙ. Проекттар тәүҙә муниципалитеттар кимәлендә тикшерелә, ә етди финанс ярҙамы талап ителгәндәре Инвестиция комитеты ултырышына сығарыла һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ҡарала. “Инвестиция сәғәт”тәрендә бик күп проекттар хуплау тапты. Сәнәғәтте үҫтереү фонды “Инвестиция сәғәт”тәрендә 40-тан ашыу проектта ҡатнашты, – тине Азамат Юлғотлин.
Спикер билдәләүенсә, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ауырлыҡтар санкцияларға бәйле. Мәҫәлән, ҡайһы бер предприятиеларҙа экспорт менән проблемалар килеп тыуған.
Алып барыусыларҙың нефть химияһындағы хәл тураһында һорауына яуап биреп, ул, нефть һәм газ ҡорамалдары етештереүҙә махсуслашҡан Өфө предприятиелары тулы ҡеүәтенә эшләй, тип билдәләне. Был бер йыл элек корпорацияларҙың ихтыяжы менән файҙаланмаған компанияларға ла ҡағыла, хәҙер тиҙләтелгән сертификация, лицензиялау үтә һәм талап ителгән тауарҙар сығарыуға тотонған да инде. Бөгөнгә дүрт проект эшләй башлаған, улар 2023 йылда Рәсәйҙә етештерелмәгән ҡорамалды баҙарға сығарырға мөмкинлек бирәсәк.
Киләсәктә фонд республикала кластерҙарҙы үҫтереүгә федераль ярҙам алырға ниәтләй.
Фото: "Башинформ".