Төбәктә етештерелгән беренсел булмаған энергетик тауарҙарҙы ташыуға бәйле сығымдарҙы субсидиялау практикаһы Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса иң яҡшы махсус саралар исемлегенә индерелде. Был турала Рәсәй Экспорт үҙәгенең рәсми сайтында әйтелә.
— Ғәмәлдәге ярҙам сараларынан тыш, быйыл экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса яңы саралар әҙерләнек. Мәҫәлән, йөктө төрлө транспорт бәйләнештәрендә һаҡлау, хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу кеүек саралар күрҙек. Импортерҙарыбыҙға ярҙам күрһәтә башланыҡ. Сит ил сеймалын, компоненттарын һәм ҡорамалдарын һатып алыуға бәйле сығымдарҙың 90 процентҡа тиклемен ҡапларға, шулай уҡ консалтинг компанияларының тейешле хеҙмәттәренә киткән сығымдарҙы һәм импорт тауарҙарҙы ташыу менән бәйле сығымдарҙы ҡапларға иҫәп тотабыҙ, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бер дәғүәсегә финанс ярҙам күләме документлаштырылған сығымдарҙың 80 процентын тәшкил итә, әммә 2 миллион һумдан артыҡ түгел.
2020 йылда республика был өлкәлә эшләгән етештереүселәргә ярҙам итеү өсөн 7,1 миллион һум аҡса күсерә. 16 экспортер ярҙам ала, шул уҡ ваҡытта ярҙамсы экспорт күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итә. Былтыр иһә республика бюджетынан 4,8 миллион һум аҡса бүленә. 10 экспортер ярҙам ала, шул уҡ ваҡытта ярҙамсы экспорт күләме 200 миллион һум тәшкил итә.
Иң яҡшы тәжрибәләр базаһы https://regionstandard.exportcenter.ru/users/login/ онлайн-мониторинг системаһының бүлегендә бар.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.