Яңы ҡабул ителгән бюджет граждандарға социаль ярҙам сараларын финанслауҙы һәм партияның халыҡ программаһының төп положениеларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә. 2023-2025 йылдарға социаль ярҙам, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауылдарҙы үҫтереү һәм мәшғүллек үҙәктәренә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм мәҙәниәт өлкәһенә ярҙамға ҡағылышлы федераль бюджет “Берҙәм Рәсәй”гә индерән төҙәтмәләр менән икенсе, төп, уҡыуҙарҙа ҡабул ителде. Ул социаль өлкәне финанслауҙы триллион һумға арттырыуҙы күҙҙә тота.
Тәү сиратта, балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә сығымдар арта.
– Төрлө сығанаҡтарҙан түләнгән ете төрлө пособие урынына берҙәм пособие индереләсәк. Уны юллау күпкә еңелерәк буласаҡ. Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки туранан-тура Берҙәм Пенсия фонды филиалында йәки, әйтәйек, Күп функциялы үҙәктә ғариза тултырыу ҙа етәсәк. Ул ғаиләнең мөлкәт хәленә ҡарап йә 50 процент, йә 75 процент, йә йәшәү минимумының 100 процентын тәшкил итәсәк, — тине Дәүләт Думаһы фракцияһы етәксеһе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһының “Яҡшы эш – йортта етешлек” йүнәлеше координаторы Андрей Исаев.
Минималь эш хаҡы, йәшәү минимумы һәм пенсияның минималь уртаса күләме артасаҡ. Социаль түләүҙәр һәм әсәлек капиталы 12 проценты индексациялансаҡ.
– Беренсе бала өсөн ул – 590 мең һум, икенсеһе, әсә беренсе балаға аҡса алмаған осраҡта, 780 мең һум тәшкил итәсәк. Ҡыҫҡаһы, Рәсәйҙең бөтә социаль йөкләмәләре тулыһынса үтәләсәк. Ә ҡайһы бер статьялар буйынса, мәҫәлән, балалы ғаиләләргә ярҙам арта, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Исаев.
"Берҙәм Рәсәй" тәҡдиме буйынса һөнәри белем биреүҙе һәм өҫтәмә һөнәри белем биреүҙе ойоштороуға өҫтәп тағы ла 2,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк; 1,4 миллиард һум – һәләтле юғары класс уҡыусыларын программалауға өйрәтеү өсөн. Йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү программаһына 450 миллион һум аҡса китәсәк; 250 миллион һум – студенттар отрядтарында ҡатнашыусыларҙы эшсе һөнәрҙәренә өйрәтеүгә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы мәшғүллек темаһына айырым иғтибар бирә. Икенсе уҡыуға партия тәҡдиме буйынса был өлкәнең бюджетына тағы ла 2,7 миллиард һум индерелә, шул иҫәптән илдең 17 төбәгендә мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу өсөн.
Бюджетта һаулыҡ һаҡлауға сығымдар ҙа арта: икенсе уҡыу сиктәрендә, улар 2019 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға арттырылған. Ә 2022 йыл менән сағыштырғанда үҫеш бер триллион һум тәшкил итә.
Партия булышлығында ауыл хужалығына һәм балыҡсылыҡҡа ярҙам артҡан. 2023 йылда ул 58 миллиард һум тәшкил итәсәк. “Берҙәм Рәсәй” индергән төҙәтмәләр ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына өҫтәмә һигеҙ миллиард һум бүлеүгә йүнәлтелгән; Агросәнәжет комплексының ер мелиорацияһы һәм фәнни-техник проекттарына булышлыҡ итеү буйынса эштәр өсөн – бер миллиард һум (һәр береһе өсөн); 1,5 миллиард һум – ауыл хужалығының ташламалы лизингын тәьмин итеү өсөн; 8,4 миллиард һум – алыҫ райондарҙы тотороҡло элемтә һәм интернет менән тәьмин итеүгә.
– Эске тулайым тауарҙың дөйөм кәмеүе күҙәтелһә лә, ауыл хужалығы етештереүсәнлеге һаҡланды. Киреһенсә, үҫеш күҙәтелә. Алдағы өс йылда ла үҫеш булып, тип көтәбеҙ. Ауыл хужалығына ярҙам йыш ҡына ауыл хужалығына туранан-тура ҡағылышлы мәсьәләләргә генә һалынмай, ә башҡа йүнәлештәр ҙә ҡарала. Мәҫәлән, универсаль элемтә хеҙмәттәрен күрһәтеүгә һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса өҫтәргә тәҡдим иттек. Беҙҙең төҙәтмә ярҙамында Интернет селтәренә 314 тораҡ пункты тоташтырыласаҡ һәм 1800-ө элемтә бәйләнеше аласаҡ, — тине Андрей Исаев.
Бынан тыш, “Берҙәм Рәсәй” халыҡ ижады өлкәһендә ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә 100 миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итә; 150 миллион һум — сит илдәрҙә рәсәй театрҙарына ярҙам итеү өсөн; 300 миллион һум — төбәктәрҙә мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеү өсөн.
Тағы ла бер мөһим тема — социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, шул иҫәптән хәйриә, ветеран һәм ирекле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү. “Берҙәм Рәсәй” бюджеттан финанслау күләмен 2022 йылдан да түбән булмаған кимәлдә тотоу өсөн сығыш яһаны. Бынан тыш, партия студенттар төҙөлөш трядтарын эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн йыл һайын өҫтәмә рәүештә 250 миллион һум самаһы аҡса бүлергә, был өлкәне финанслауҙы ике тапҡырға арттырырға тәҡдим итте. Был йыл һайын 50 мең кешене уҡытыу мөмкинлеген бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023-2025 йылдарға федераль бюджет проекты беренсе уҡыуҙа 26 октябрҙә ҡабул ителде. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы уны яҡлап тауыш бирҙе.
Үҙ сиратында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Рида Собханҡолова беренсе уҡыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының “Башҡортостан Республикаһының 2023 йылға бюджеты һәм 2024–2025 йылдарға планлаштырыу осоро тураһында” закон проектын ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Закон проектын тикшереү барышында парламентарийҙарҙы төрлө тармаҡтарҙағы мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы: һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге реформалар, карауат һанын арттырыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү, һәләтле балаларға ярҙам сараларын үҫтереү, әлбиттә, социаль тармаҡтарҙа ремонт һәм төҙөлөш. Уларҙың бөтә тәҡдимдәре Хөкүмәт тарафынан өйрәнеләсәк һәм эштә ҡулланыласаҡ. Республиканың төп финанс документының ҡаралған проекты тулыһынса Башҡортостандың өҫтөнлөктәренә тап килә, тип билдәләп үтергә теләйем. Был финанс тотороҡлоғон һәм тотороҡлоғон һаҡлау, граждандар алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәү. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Башҡортостан бюджеты тураһындағы закон проектына киләһе йылға һәм планлаштырыу осорона иң мөһим төҙәтмәләр индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны, — тине Рида Собханҡолова.
Фото: bashkortostan.er.ru.