Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ноябрь 2022, 21:59

Илештәр инвестициялар йәлеп итә

Һәр яңылыҡҡа ҙур иғтибар бирәләр.

Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Нәбиев, Куйбышев исемендәге хужалыҡ механизаторы Алмаз Шайморатов һәм хужалыҡ рәйесе Вадим Абзалов (һулдан уңға).
Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Нәбиев, Куйбышев исемендәге хужалыҡ механизаторы Алмаз Шайморатов һәм хужалыҡ рәйесе Вадим Абзалов (һулдан уңға).

Илеш районының ауыл хужалығы эшсәндәре, быйылғы баҫыу эштәрен мул уңыш йыйып, хеҙмәт ҡаҙаныштары менән тамамланы. Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 235 мең тоннанан артыҡ ашлыҡ тупланы, һәр гектарҙан уртаса уңыш 34,6 центнер тәшкил итте. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа етәрлек күләмдә орлоҡ һәм фураж фондтары булдырҙы, киләһе йыл уңышына нигеҙ һалды.

Малды ҡышлатыу өсөн сифатлы аҙыҡ етәрлек, концентраттар бар. Шартлы бер баш малға 38 центнерҙан ашыу аҙыҡ запасы әҙерләнде, концентраттарҙы иҫәпкә алһаҡ, 56 центнер аҙыҡ берәмеге тупланды. Мал аҙығын һөҙөмтәле файҙаланыу, уның һаҡланышын һәм рационды аҙыҡ өҫтәмәләре, микроэлементтар менән баланслауҙы тәьмин иткәндә, продукцияны арттырыу һәм малсылыҡты ҡышлатыуҙы уңышлы үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Районда игенселектә иген һәм техник культураларҙың яңы сорттарын әйләнешкә керетеү, ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙең яңы технологияларын ҡулланыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Алдынғы хужалыҡтар, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын камиллаштырып, минераль ашламалар ҡулланып эшләй. 11 хужалыҡтың юғары репродукциялы орлоҡ етештереү һәм һатыу өсөн сертификаттары бар.

Районда төп ауыл хужалығы культу­ра­ларының 20 сорты буйынса орлоҡ­солоҡ эшмәкәрлеге уңышлы алып барыла. Улар барыһы ла – Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә һатыла торған яңы, перспективалы сортлы орлоҡтар. Мәҫәлән, Ялалов крәҫтиән (фермер) хужалы­ғында йыл һайын тәжрибә майҙандары сәселә. Бында төрлө сортлы ауыл хужалығы культураларын район шарттарына яраҡлаштырыу һәм сифатлы ашлыҡ мөмкинлеген билдәләү маҡса­тында етештереү һынауҙары үткәрелә.

Илеш районы Башҡортостан, Татарстан, Пенза, Һамар, Силәбе, Брянск, Липецк, Ульяновск, Волга буйы ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институттары – алдынғы селекция үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Һуңғы йылдарҙа районда игенселек тармағының барлыҡ инфраструктураһы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. “Урожай”, “Урал”, “Ағиҙел”, “Мир”, М. Гәрәев исе­мендәге, ХХII партсъезд исемендәге, Куйбышев исемендәге хужалыҡтарҙа, Ғәйнетдинов, Ихсанов, Ялалов, “Игенсе” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында орлоҡ таҙартыу һәм киптереү комплекстары төҙөлдө һәм тулыһынса төҙөклән­дерелде. Яңы таҙартыу линиялары юғары сифатлы орлоҡ етештерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ был йүнәлештә яңы объекттар төҙөү ҙә әүҙем алып барыла. “Мир” йәмғиәтендә таҙартыу-киптереү комплексы төҙөү” тип исемләнгән ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортос­тандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Мал һанын ишәйтеү, һөт һәм ит етеш­тереүҙе арттырыу буйынса һөҙөм­тәле эш алып барабыҙ. Районда тоҡом­ло малсылыҡ менән дүрт хужалыҡ шөғөлләнә.

Быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса барлыҡ категорияға ҡараған хужалыҡтарҙа 57 мең тоннанан артыҡ һөт (уҙған йылға ҡарата 115,1 процент), 4760 тонна ит етештерелде. Хужалыҡтарҙың барлыҡ категориялары буйынса һыйыр малы һаны 33,8 мең баш (102,8 процент) тәшкил итте, шул иҫәптән – 11716 баш һыйыр.

Һөт етештереү буйынса район  алдынғы урындарҙы биләй. Быға “Урожай” тоҡомсолоҡ заводында 1600 баш һыйырға иҫәпләнгән һөт комплексы төҙөү, Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һәм “Үҙәк” МТС-ының Илеш филиалында 1200 баш һыйырға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөү, Ғәйнетдинов крәҫтиән (фермер) хужалығында “Ике мең баш һыйырға иҫәпләнгән һимертеү майҙансығы төҙөү” кеүек инвестиция проекттары ярҙам итте. Был проекттар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә кергән.

“Урожай” тоҡомсолоҡ заводында инвестиция проекты буйынса ифрат күләмле эштәр башҡарылды. Барлығы 848 миллион һумдан күберәк инвестиция һалынып, шул иҫәптән 463 миллион һумлыҡ техника һәм йыһаз, 880 баш тоҡомло мал һатып алынды. Әле хужалыҡ көн һайын 40 тоннанан артыҡ һөт һата.

Шулай уҡ Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы 335 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп итте. Өҫтөнлөклө статус алған проект йылына 8,4 мең тонна һөт етештереүгә иҫәп­ләнгән, 459 баш тоҡомло мал һатып алын­ды, һәм хужалыҡ районда һөт етеш­тереүҙе арттырыуға лайыҡлы өлөш индерә.

Мал тоҡомон яңыртыу маҡсатында 405 баш нәҫел таналары һатып алынды, шулай уҡ үҙебеҙҙең хужалыҡтарҙа 1800 баш тоҡомло тана үҫтерелде. Быйыл туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса малсы­лыҡта продуктлылыҡ буйынса иң яҡшы күрһәткес – “Урожай” тоҡомсолоҡ заводында, унда һәр һыйырҙан уртаса һауым 7300 килограмға етте. М. Гәрәев исемендәге хужалыҡта был күрһәткес – 7047, “Ағиҙел”дә – 6908, Куйбышев исемендәге кооперативта – 5764, “Урал” йәмғиәтендә – 5488, “Маяҡ”та 5384 килограмм тәшкил итте.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына 29053 гектар һөрөнтө ерҙәр беркетелгән, иген культуралары 25481 гектар майҙанда үҫтерелде, тулайым ашлыҡ күләме 88688 тонна тәшкил итте, уртаса уңыш гектарҙан 34,7 центнер булды. Райондың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 2973 баш һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән – 1487 баш һыйыр. Шулай уҡ 450 ат, 493 баш һарыҡ һәм кәзә, 155 умарта бар. Ошо йылдың туғыҙ айында был төр хужалыҡтар 48412 центнер һөт (уҙған йыл менән сағыштырғанда – 132,1 процент) һәм 6006 центнер ит (109,6 процент) етештерҙе. Ғөмүмән, улар райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында барлыҡ маркалағы 118 берәмек трактор, 60 комбайн, дүрт мал аҙығы йыйыу комбайны, 32 автомашина һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы бар.

Районда “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса – 14, “Йәш фермерҙарға ярҙам” программаһы буйынса – алты фермер, “Ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү” программаһы буйынса алты крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм “Агростартап” программаһы буйынса ике крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. 2012 йылдан 2022 йылға ҡәҙәр 22 крәҫтиән (фермер) хужалығы 87 миллион 230 мең һумлыҡ гранттар алды. Киләсәктә был йүнәлештәр буйынса эш дауам итәсәк.

Эшкәртеүсе тармаҡ хеҙмәтсәндәре лә, ғөмүмән, уңышҡа лайыҡлы өлөш индерә. Икмәк бешереү, һөт ризыҡтары, ит ярымфабрикаттары һәм башҡа төр аҙыҡ етештереү буйынса предприятиелар, ҡулланыусылар кооперативтары, шәхси эшҡыуарҙар уҙған туғыҙ айҙа 200 миллион һумдан артыҡ күләмдә продукция етештереп һатты.

Хужалыҡтарҙың финанс-иҡтисади хәле иһә етештерелә торған продук­цияға, һатып алына торған тауарҙарға һәм матди ҡиммәттәргә хаҡтар дәрәжә­һенән һәм нисбәтенән билдәләнә.

Быйыл үҫемлекселек продукцияһына хаҡ һиҙелерлек кәмене, шул уҡ ваҡытта аграрийҙар һатып ала торған тауарҙарға хаҡ шаҡтай күтәрелеүен дауам итте. Киләсәктә үҫемлекселек тармағында яҡшы иҡтисади ҡеүәтле, ауыл хужалығы продукцияһы баҙарында ҙур ихтыяжға эйә  культуралар майҙанын киңәйтергә кәрәк буласаҡ.

Техниканы яңыртыу маҡсатында район хужалыҡтары туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса 300 миллион һумлыҡ техника һатып алған, шул иҫәптән “Росагролизинг” буйынса – 120,5 миллион һумға һәм коммерция лизингтары буйынса – 28 миллион һумға. Был эш дауам итә.

“Илеш ремонт-техник предприя­тиеһы” йәмғиәте металл-каркас мате­риал­дарҙан малсылыҡ фермалары, келәттәр, гараждар һәм башҡа ҡорол­малар төҙөй. Был эшмәкәрлектән район хужалыҡтары уңышлы файҙалана.

Тармаҡтағы эштең һуңғы һөҙөмтәһе, хужалыҡтың финанс-иҡтисади хәле күбеһенсә кадрҙар менән эшләү, уларға тейешле эш һәм көнкүреш шарттары тыуҙырыуға бәйле.

Быйыл “Башҡортостан Республика­һы ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса Ябалаҡ, Илеш, Иҫке Нәҙер һәм Йөннө ауылдарында агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре өсөн шәхси торлаҡ йорттар төҙөлә, улар яҡын арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 2020–2021 йылдарҙа был программа ярҙамында агросәнәғәт комплексының өс хеҙмәткәренең торлаҡ шарттарын яҡ­шырттыҡ. Алдағы йылға ла өмөттә­ребеҙ бик ҙур, ауыл хужалығында эшләгән биш хеҙмәткәр программала ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм ғариза­ларын тапшырҙы, шуға күрә ауыл ху­жалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре шарттар тыуҙырыу йүнәлешендә лә, белгестәрҙең, урта звено кадрҙарының һәм ябай хеҙмәтсәндәрҙең ихтыяждарын үҙ ваҡытында ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырыша.

Ғөмүмән, Илеш районының ауыл хужалығы тармағы алдында торған төп бурыс – ауыл эшсәндәренең көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, заманса социаль инфраструктура булдырыу, сифатлы продукция етештереү һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү.


Илдар НӘБИЕВ

Читайте нас: