Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республикала ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса дәүләт программаһын яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды. Тейешле резолюцияға төҙәтмәләр проектын Премьер-министр Андрей Назаров хупланы.
"Профилле дәүләт программаһы эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә быйыл биш миллиард һум самаһы аҡса бүленгән. Шуларҙың өс миллиард һум самаһын федераль ҡаҙна фондтары тәшкил итә. Сәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, республиканың агросәнәғәт комплексы ярайһы уҡ әүҙем үҫешә. Бында беҙ күп йәһәттән алдынғылыҡты биләйбеҙ. Төбәктә ауыл хужалығы производствоһының үҫеш темпы — 125 процент. Аграрийҙар иген культураларының рекордлы уңышын — биш миллион тоннанан ашыуын йыйҙы. Малсылыҡ тармағы ике йылға алдан мал аҙығы менән тәьмин ителде. Техника паркы әүҙем яңыртыла. Ун ай дауамында ун миллиард һумға 2590 берәмек техника һатып алынды", – тине Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ, республикала 100 мең тоннаға яҡын минераль ашлама һатып алынған, тип өҫтәне — был һуңғы биш йылдағы иң юғары күрһәткес. Ошондай һөҙөмтәгә бөтә кимәлдәрҙә лә ваҡытында дәүләт ярҙамы алыу арҡаһында өлгәшелгән.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов "Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү" дәүләт программаһына төҙәтмәләр индереү тураһында һөйләне. Проект ағымдағы күрһәткес ҡиммәттәрен көйләүҙе, шулай уҡ яңыларын индереүҙе күҙ уңында тота, тип аңлатты ул. Улар араһында 2020 йыл кимәле менән сағыштырырлыҡ хаҡтарҙа бөтә категориялы хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереү индекстары, ауыл хужалығы етештереүселәренең ауыл хужалығы туризмы объекттарына килеүсе туристар һаны, бындай объекттарҙа етештереү күләмен арттырыу кеүек пункттар бар.
Мәҫәлән, 2023 йылға ауыл хужалығы продукцияһы етештереү индексы - 108,3, аҙыҡ-түлек продукттары 108,4 процент кимәлендә билдәләнгән. Ауыл туризмын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алған ауыл хужалығы етештереүселәре продукция етештереү күләмен йыл һайын өс процент кимәлендә арттырыр тип планлаштырыла.
Шулай уҡ 2023 йылдан Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы яңы сараларҙы күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, картуф һәм йәшелсә етештереү, һатыу үҫешен арттырыуға йүнәлтелгәндәре лә бар. Улар картуф, йәшелсә етештереүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн, элиталы культуралар орлоғон һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауҙы күҙ уңында тота. Киләһе йылда ошо маҡсатҡа 65,8 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
Бынан тыш, баҡсасылыҡ берләшмәләренә ярҙам итеү маҡсатында инженер селтәрҙәрен яңыртыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, шулай уҡ республиканың баҡсасылыҡ берләшмәләре рәйестәренең квалификацияһын күтәреү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Быйыл баҡсаларға юл үткәреү, электр сымдарын яңыртыуға республика ҡаҙнаһынан ун миллион һум аҡса бүленде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.