Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Декабрь 2022, 22:15

Ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Йәрмәкәйҙә - тирмән комплексы, Бишбүләктә тегеү заводы төҙөйҙәр.

Ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?
Ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар еңел сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы башланғыстарҙы ҡараны.

Кәңәшмәне асып, төбәк етәксеһе предприятиелар һәм ойошмалар коллективтарын республиканың Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

“Башҡортостан ҡыяҡлылары” компанияһы директоры Хәмит Аймаханов Йәрмәкәй районында заманса тирмән комплексы төҙөү проекты менән таныштырҙы. Инвестор 220 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтергә һәм объектты 2024 йылда сафҡа индерергә ниәтләй. Проект этаптарының береһе – 15 мең тонна игенгә иҫәпләнгән элеватор төҙөү. Производствола бөтәһе 30 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

– Беҙҙең башланғыс республика ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы арттырыуға йүнәлтелә, шул иҫәптән Иранға, Азербайжанға, Ҡаҙағстанға, – тине Хәмит Аймаханов. – Киләсәктә сауҙа селтәрҙәре өсөн ярма фасовкаларға ниәтләйбеҙ.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса “Башҡортостан ҡыяҡлылары” компанияһы проекты өҫтөнлөклө статус алды. Инвесторға технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшө ҡапланасаҡ.

“Дельта” предприятиеһы директоры Светлана Кузьмина тегеү производствоһын үҫтереү пландары менән уртаҡлашты. Яңы проект буйынса Өфөлә һәм Бишбүләктә ике тегеү заводын төҙөү ҡарала. Инвестор технологик комплекстарҙы урынлаштырыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар һайлаған да инде. Проект халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтергә, шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн махсус кейем һәм кәрәк-яраҡ етештереүҙе үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса “Дельта” компанияһы проекты өҫтөнлөклө статус алды. Өфө һәм Бишбүләк районы хакимиәттәре ер участкаларын рәсмиләштереүҙә уға ярҙам күрһәтәсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды льготалы заем бүлә.

Башҡортостан Башлығы компанияның һөҙөмтәле эшен һәм эшселәрҙең лайыҡлы хеҙмәт шарттарын билдәләне.

– Еңел сәнәғәт – иҡтисадтың ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле йүнәлеше. Кешеләр һеҙгә эшкә килә, сөнки яҡшы эш хаҡын тәьмин итәһегеҙ. Кадрҙар мәсьәләһен ошо рәүешле хәл итеү бик дөрөҫ, –тине Радий Хәбиров. – Мин тап ошондай сәнәғәт производстволарына булышлыҡ итеү яҡлымын. Тармаҡты дәртләндереү программаларын әҙерләгәндә хеҙмәткә түләү күрһәткестәрен иҫәпкә ала башлайбыҙ. Өҫтөнлөктәргә эйә булыу өсөн был мөһим шарт буласаҡ.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: