Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2022, 16:45

Телефон аша аҡса урлаусыларға нисек ҡаршы торорға?

Финанс гармоталылығы бөтә йәмғиәткә хас булырға тейеш.

Телефон аша аҡса урлаусыларға нисек ҡаршы торорға?
Телефон аша аҡса урлаусыларға нисек ҡаршы торорға?

“Һуңғы осорҙа телефон аша шылтыратып, төрлөсә алдап, банк иҫәбендәге аҡсаны урларға маташыусылар ныҡ күбәйҙе. Бер ҡатлыраҡ граждандар, нигеҙҙә, оло йәштәгеләр уларға ышана һәм һуңғы тиндәренән дә ҡолаҡ ҡаға. Был иһә һанлы технологияларҙың ныҡ алға китеүенә, ә беҙҙең мейеyең артта ҡалыуына ишаралай”, – был һүҙҙәрҙе Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса Милли банкының-бүлексәһенең иҡтисад бүлеге етәксеһе урынбаҫары Рәсимә Вәисова финанс грамоталылығы буйынса семинарҙа әйтте. Был сара журналистар өсөн йошторолғайны.

“Бөгөнгө тема үтә мөһим. Уға ентекләп әҙерләндек, журналистарға үҙҙәренең  финанс грамоталылығын арттырыу өҫтөндә эшләгәндә, ошо тема буйынса мәҡәләләр яҙғанда кәрәк булған эксперттарҙы йыйҙыҡ. Журналист – халыҡҡа тормоштағы иң әһәмиәтле мәсьәләләр буйынса аңлатмалар биреүсе комммуникатор, шуға күрә ул финанс йәһәтенән дә алда барырға тейеш. Тотош йәмғиәттең финанс грамоталылығын күтәрә барыу ҙа – уның бурысы” – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.

Республика, район һәм ҡала гәзиттәре, электрон матбуғат саралары вәкилдәре алдында  шулай уҡ Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы-бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Наил Ғәбиҙуллин, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Станислав Шахов, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының хеҙмәтләндереү һәм аҙыҡҡа ҡарамаған тауарҙар баҙарында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлегенең баш белгесе-эксперты Дамир Шөғәйепов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының бүлек етәксеһе Азат Тимерйәнов, ошо уҡ Министрлыҡтың мәғлүмәт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Максим Родинов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: