Башҡортостандан “Магеллан” махсус кейем тегеүсе Мәскәүҙә заманса хәрби хәрәкәттәр алып барыу шарттарында тактик-махсус бурыстарҙы үтәү өсөн тәғәйенләнгән милли продукт – хәрби кейем комплекты презентацияһын ойошторҙо.
“Көс структуралары өсөн форма кейемдәре етештереү. Проблемалар. Мөмкинлектәр” халыҡ-ара күргәҙмәһе Башҡортостан Хөкүмәте һәм төбәктең Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ярҙамында ВДНХ майҙансығында үтте. Күргәҙмә-презентацияны Рәсәй субъекттары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, көс структуралары, дәүләт корпорациялары һәм йәмәғәт ойошмалары ҡараны.
Сарала ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙә был турала пост яҙҙы.
“Башҡортостандың күп кенә еңел сәнәғәт предприятиелары махсус хәрби операция ихтыяжы өсөн продукция тегеүгә тотондо, “мобилизация рельстары"на баҫты. Һәм ышаныслы баҫып торалар. Тап шуға күрә лә Мәскәүҙә Башҡортостандың милли продуктын – хәрби кәрәк-яраҡ комплектын күрһәтергә булдыҡ. Уны “Магеллан” компаниялар төркөмө етештерә.
Беҙҙең хәрби комплект төрлө һауа шарттарында, йыл әйләнәһенә, -40 градустан алып +40 градусҡа тиклемге температурала хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн тәғәйенләнгән.
Презентацияға килеүселәрҙең статусы ҙур. Улар – Рәсәй субъекттары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, көс структуралары, дәүләт корпорациялары, йәмәғәт ойошмалары. Бер һүҙ менән әйткәндә, әлеге комплектты ҡулланыусылар.
Үҙенең продукцияһын, “Магеллан”дан тыш, партнерҙар – сеймал һәм материалдар, шәхси һаҡланыу саралары һәм хәрби ҡорамал, тактик медицина, аяҡ кейеме, шәхси әйберҙәр һәм ҡорамалдар етештереүселәр тәҡдим итте. Тактик аптечканы, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн шәхси туҡланыу рациондарын күрһәттеләр. Сеймал һәм материалдар менән тәьмин итеүселәр араһында Белоруссияның “Лента” компанияһы ла бар. Улар текстиль әйберҙәр – ленталар, ҡайыштар, погондар етештерә.
Хәрби кейемдең бөтә өлөштәрен етештереүҙәге көнүҙәк проблемаларҙы тикшерҙек. Беҙгә синтетик сүс етештереүселәр бик кәрәк. Был сүстәр туҡыма, фурнитура, аяҡ кейеме, ҡайыштар әҙерләгәндә сеймал нигеҙен булдырыу өсөн кәрәк. Ошо мәсьәләне өйрәнәбеҙ.
Беҙҙең асыҡтан-асыҡ өҫтөнлөктө билдәләп үтәм. “Магеллан” төбәк Хөкүмәте менән берлектә тармаҡтың алдынғы предприятиеларын Стратегик партнерлыҡ программаһына берләштереүгә өлгәште. Унда Рәсәй Федерацияһының 30 еңел сәнәғәт предприятиеһы һәм Белоруссия, Әрмәнстан кеүек дуҫ илдәрҙән ҡатнашыусылар булды. Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Был импортҡа алмаш һәм Рәсәй биләмәһендә аналогтары булмаған милли продуктты булдырыу буйынса мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә булышлыҡ ҡыла.
Башҡортостан махсус кейеменә заказ биреүселәр араһында – федераль ведомстволар, көс структуралары, Милли гвардия, Оборона министрлығы, Рәсәй Федерацияһының дәүләт корпорациялары. Республика үҙ сиратында “Магеллан”ға сеймал һатып алыуға субсидия алыуҙа ярҙам күрһәтте, компания был программа буйынса 2022 йылда бер миллион һум алды.
Фото: "Башинформ".