Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Декабрь 2022, 22:38

Ҡаршылыҡтар беҙҙе көслөрәк итә

glavarb.ru
Фото:glavarb.ru

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров эшлекле сәфәргә килде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Өфөнөң Совет майҙанында булды, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. 

Артабан Республикаға идара итеү үҙәгендә Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһының яңы цехы эшенә старт бирҙе.

Сафҡа индереү тантанаһы алдынан ҡунаҡтар Республикаға идара итеү үҙәгендә коллектив менән аралашты. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ике федераль  – "Инцидент менеджмент" һәм Кире бәйләнеш плат­формаһында эшләгән үҙәк командаһы тураһында һөйләне. Унда халыҡты борсоған проблемалар теркәлә, уларҙы райондарҙа һәм министрлыҡтарҙа тикшерәләр. Эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн бында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығы, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре саҡырылған.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев менән Башҡорт­остандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Республикаға идара итеү үҙәгендә ҡулланылған мәғлүмәт панел­дәренең эшләү принциптарын күрһәтте. Улар хаҡтарҙы билдәләү, экспорт һәм импорт, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса мәғлүмәттәрҙе сағылдыра.

– Башҡортостанда халыҡ менән яҡшы бәйләнеш булдырылған. Был кешеләрҙең ихтыяждарын билдәләргә һәм тиҙ арала яуап бирергә мөмкинлек бирә, – тине Радий Хәбиров.

Денис Мантуров Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлегенең төбәкте үҫтереү өсөн мөһим булыуын билдәләне.

– Үҙәктең эш һөҙөмтәләре менән танышыу – минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Республикала йәшәгән һәр кешегә нимә кәрәклеген ишетеү, ошо мәсьәләләр өҫтөндә эшләү – мөһим бурыс, – тине Денис Мантуров. – Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең төп асылы шунда – халҡыбыҙға уңайлы тормош тәьмин итеү. Башҡортостан Республикаһы өлгөһө был йәһәттән бик уңышлы.

Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгендә урынлашҡан республиканың Ситуация үҙәгендә булды. Үҙәк эксперты Лилиана Дауытова әйтеүенсә, белгестәр халыҡтың бөтә көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәрен эшкәртә.

– Беҙ коронавирус пандемияһы осоронда эшләй башланыҡ. Дауаланыу, административ, диагностика йүнәлештәрендә ярҙам күрһәттек. Хәҙер иһә профилебеҙҙе киңәйттек һәм амбулатор-поликлиника дауалауы, хәрби операциялағыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ, – тип һөйләне ул.

Республикаға идара итеү үҙәгендә Денис Мантуров менән Радий Хәбиров Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик асыштар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ике институт та инвесторҙар йәлеп итеү өлкәһендәге ҙур проекттар өҫтөндә эшләй. Атап әйткәндә, Үҫеш корпорацияһы "Алға" махсус иҡтисади зонаһын, республиканың биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һәм башҡа өҫтөнлөклө майҙансыҡтарҙы үҫтереү өсөн яуап бирә. Ә Стратегик асыштар үҙәге проекттарҙы ойоштороу, методик яҡтан оҙатыу һәм төбәктең инвестиция эшмәкәрлеген яйға һалыу менән шөғөлләнә. "Фармстандарт-ӨфөВИТА" инновациялы етештереү комплексына килгәндә, ул "VIII ҡан ойошоу факторы" тигән препарат сығарасаҡ. Линияның ҡеүәте – йылына 500 мең ҡап.

 – "Фармстандарт" Өфөләге комплексын киңәйтә. Мәғлүм булыуынса, ҡатмарлы пандемия осоронда был учреждение "Спутник" вакцинаһын һәм ковидҡа ҡаршы дарыуҙар етештереү буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһе булды. Дөйөм алғанда, предприятие тармаҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын бында 200 миллиондан ашыу ҡапты тәшкил иткән 230-ҙан күберәк препарат етештерелә. Уларҙың яртыһы тиерлек – йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегендә. Хәҙер уларға ауыр орфан сирҙәренең береһен – гемофилияны дауалау өсөн "VIII ҡан ойошоу факторы" тигән препарат өҫтәлә, –  тине Денис Мантуров.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры билдәләүенсә, бындай күп сериялы производство илебеҙҙә тәүгегә асыла. Элек Рәсәй баҙарында яңы препараттың импорт аналогтары ғына һатыла ине.

– Республикала яңы производстволар асылыуға һәр саҡ шатбыҙ. Бөгөн "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында үҫешә. Хөрмәтле Денис Валентинович, ошо ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ биш инвестиция проектын тормошҡа ашырған компания коллективына рәхмәт. Ә яңы линия асылыуы – һәммәһе өсөн дә Яңы йылға яҡшы бүләк.

Артабан “Торатау" конгресс-холында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.

Эш башланыр алдынан улар республи­каның сәнәғәт ҡеүәте экспозицияһы менән танышты. Вице-премьер – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев төбәктә индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне. Башҡортостанда 168 резидент-компания эшләй, инвестицияларҙың дөйөм күләме  –  44 миллиард һумдан ашыу. Парк биләмәләре 90 процентҡа тулған. Бынан тыш, республикала биш сәнәғәт кластерын үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр. Уларҙың дүртәүһе – мебель, авиация, машина эшләү һәм сәнәғәт кластерҙары – Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына инде. Еңел сәнәғәт һәм форма кейеме кластеры тер­кәлеү стадияһында.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева республиканың сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтереүе хаҡында һөйләне. Төбәгебеҙҙең Ҡытайҙа, Төркиәлә, Белоруссияла, Ҡа­ҙағстан­да, Үзбәкстанда вәкиллектәре бар.

Денис Мантуров Башҡортостандың сит илдәр менән әүҙем эшләгән предприятиелары продукцияһы менән танышты. Урал пружина заводы әйберҙәрен Төркиәнең вагон эшләү заводына ебәреүгә контракт төҙөнө. Ә Октябрьскийҙан "Пакер" ғилми-етештереү фирмаһы Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең нефть-газ комплексы предприятиелары өсөн пакер-якорь ҡорамалдары етештерә.

Артабан "Торатау" конгресс-холы майҙансығында Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан "ПромҮҙәк" индустриаль паркы биләмәһендә 10,5 мең квадрат метрлыҡ яңы етештереү майҙансығын асыуҙа ҡатнашты.

– Индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереү – сәнәғәт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Республикала яңы етештереү майҙансыҡтарына ихтыяж ҙур. Беҙ уларҙы төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына сәнәғәт парктарына яйға һалынған булышлыҡ итеү системаһы өсөн рәхмәт. Беҙҙәге майҙансыҡтарҙың ҡайһы берҙәренә ҙур ярҙам күрһәтелде, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Бөгөн Башҡортостанда йыйылыуыбыҙ осраҡлы түгел. Республика ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә. Беҙ быға инандыҡ. Шуныһы мөһим: төбәк экспортсыларға әүҙем ярҙам итә, –  тине Денис Мантуров.

Вице-премьер – Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе сығышында, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, Хөкүмәт, төбәктәр һәм компаниялар хәл иткән өҫтөнлөклө бурыс­тарҙы билдәләне. Һүҙ тышҡы ағымдарҙы, сәнәғәт продукцияһын һатыу каналдарын әлеге шарттарҙа перспективалы йүнәлеш­тәргә үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ яңы халыҡ-ара транспорт-логистик коридорҙар булдырыу, тышҡы сауҙа бәйләнештәрен артабан киңәйтеү хаҡында бара.

– Ошо саралар сеймалһыҙ энергетикаға ҡарамаған экспорттың киҫкен түбәнәйеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм беҙҙең логистиканы үҙгәртергә мөмкинлек бирҙе. Әйтәйек, 2022 йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса уның күләме, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1,5 процентҡа ғына кәмегән. Логистиканы тиҙ арала үҙгәрттек, яңы кооперация бәйләнештәрен табабыҙ, үҙ-ара иҫәпләшеү схемаларына төҙәтмәләр индерәбеҙ. Күп осраҡта быға Хөкүмәттең көрсөккә ҡаршы оператив саралары һәм компанияларҙың тырышлығы арҡаһында өлгәшелде. Хәҙер беҙ был комплекслы эште дауам итәбеҙ, – тине Денис Мантуров.

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары – Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры өҫтөнлөклө импорттың тергеҙелеүен дә билдәләне. Был профилле ярҙам сараларын сафҡа индереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Улар финансҡа ҡараған һәм ҡарамаған ысулдарҙы, таможня-тариф көйләүен үҙ эсенә ала. Башҡортостан Башлығы сығышында илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Өфөлә илдең Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышын үткәреү – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы коллективы – бик эшлекле команда, уның менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү уңайлы. Хәҙерге шарттарҙа яңы илдәр менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен яйға һалабыҙ. Был ил һәм уның төбәктәре өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Әлбиттә, эш ҡатмарлы, ул күп көс һәм төрлө ҡарарҙар талап итә. Беҙ шулай уҡ күршеләребеҙ нимә етештергәнен, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ниндәй ҡеүәт барлығын күрәбеҙ. Һис шикһеҙ, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерергә кәрәк. Башҡортостан ике йыл рәттән Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урында килә. Эшебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Әлбиттә, беҙ артабан үҫешергә ынтыласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Ултырышта ҡатнашыусылар экспортты үҫтереү, импорт продукцияһын индереү процедураларын ябайлаштырыу, халыҡ-ара транспорт-логистика коридорҙарын булдырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Координация советы ултырышы аҙағында вице-премьер – Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең тармаҡ министрҙарына ведомство наградаларын тапшырҙы. Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров Денис Мантуровты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Артабан Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы йомғаҡтары буйынса улар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

“Башҡортостан сәнәғәте ҡеүәтен нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорауға Денис Мантуров:

– Төп сара – төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәте һәм сауҙа өсөн яуаплы етәкселәрҙең Координация советынан тыш, бөгөн Радий Фәрит улы менән республика предприятиелары менән таныштыҡ, яңы "Фармстандарт-ӨфөВИТА" цехын эшләтеп ебәрҙек, "ПромҮҙәк" индустриаль паркының яңы майҙансығын астыҡ, төбәктең мәғлүмәт ағымдары тупланған Республикаға идара итеү үҙәгенә барҙыҡ. Кешеләргә ҡарата асыҡ булыу – заман талабы, – тип яуап бирҙе. – Республикала федераль ярҙам саралары менән бергә сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереү буйынса төбәк саралары ла һөҙөмтәле ҡулланыла. Миҫал – Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды. Уны капиталлаштырыу – 1,2 миллиард һумдан ашыу. Федераль фонд менән уртаҡ программалар ҙа бар: займдарҙың 30 проценты – урындағы фондтан, 70 проценты – Рәсәй ҡаҙнаһынан. Коллегалар сәнәғәт ипотекаһы мөмкин­лектәрен дә әүҙем файҙаланырға ниәтләй. Был – индустриаль парктарҙы үҫтереү буйынса һөҙөмтәле механизмдар. Төбәктә ундай майҙансыҡтар бик күп – 30 самаһы. Уларҙың күптәре федераль Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрында теркәлгән. Был Рәсәй Федерацияһы тарафынан льготалар һәм өҫтөнлөктәр алыу мөмкинлеген бирә.

Республикала сәнәғәттең бөтә йүнәлештәре лә тиерлек бар: металлургия, химия предприятиелары, авиация индустрияһы (вертолеттар, пилотһыҙ авиация, авиадвигателдәр етештереү). Перспективалы тармаҡтар иҫәбендә – фармацевтика һәм еңел сәнәғәт. Төбәктә улар  әүҙем үҫешә. Киләсәктә Башҡортостан башҡа инновациялы йүнәлештәрҙе лә тәҡдим итер, тип ышанабыҙ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров һорауға былай тип яуап бирҙе:

– Республика үҫешә, сәнәғәт тотороҡло эшләй. Беҙ федераль ярҙам сараларын әүҙем файҙаланабыҙ һәм Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләгән бөтә институттар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Йыл һайын яңы проекттар, мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Әммә башҡараһы эш байтаҡ әле. Сәнәғәт предприятиелары федераль ярҙам алғанға, урындағы етәкселәрҙең таланты, ныҡышмалылығы, Башҡортостан халҡының эш һөйөүсәнлеге арҡаһында республика иҡтисады йылдам үҫешә.

Рәсәй Хөкүмәтенең сәнәғәт экспортына ярҙам күрһәтеү, өҫтөнлөклө импортты тәьмин итеү саралары хаҡында Денис Мантуров былай тип һөйләне:

– 2022 йылдың мартында уҡ оператив саралар күрҙек. Был таможня яғынан "йәшел коридор", киҫкен импорт буйынса таможня пошлиналарын кәметеү һәм башҡа саралар. Экспортсыларыбыҙға логистик ярҙам да ошо рәттә. Бөтә механизмдар ҙа ваҡытында булды һәм һөҙөмтәләрен бирҙе. Йылдың туғыҙ айындағы яҡынса параметрҙарҙы алһаҡ, беҙҙең экспорт менән импорт былтырғы кимәлдә тиерлек һаҡланды.

“2023 йылда республиканың ниндәй баҙарҙарға, ниндәй илдәргә йүнәлеш алыуы күҙ уңында тотола, экспорт конъюнктураһы нисек тә булһа үҙгәрерме?” тигән һорауға Радий Хәбиров:

– Әлбиттә, беҙ әҙер һәм ышаныс белдергән партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта пред­приятиеларҙың бигүк дуҫ булмаған илдәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге лә дауам итә. Санкцияларға ҡарамаҫтан, Көнбайыш предприятиеларына, һис шикһеҙ, беҙҙең менән эшләү ҡыҙыҡлы. Быларҙың барыһы ла төрлө ысул менән башҡарыла һәм тауар әйләнешенә инә. Әммә хәҙер төп иғтибарҙы беҙҙең менән эшләргә теләгән дәүләттәргә йүнәлтәбеҙ. БДБ илдәренең ҡайһы берҙәре сәнәғәтте әүҙем үҫтерә, Беларусь айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда Башҡорт­остан вәкиллеген астыҡ, берлектәге проект­тарыбыҙ эшләй. Был дәүләт – республи­каның мөһим һәм төп партнерҙарының береһе. Әле Өфө – Минск авиа рейсын асыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. 2023 йылдың мартында ыңғай ҡарар булыр тип уйлайым.

Үзбәкстан да йылдам үҫешә һәм беҙгә уның менән хеҙмәттәшлек итеү бик оҡшай. Бер нисә миллиард һумлыҡ берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырабыҙ.

Ҡаҙағстан да республикабыҙға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Беҙҙең күптәнге тарихи нигеҙе булған мөнәсәбәттәребеҙ бар, әммә хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы өлкәләрҙе лә асабыҙ, – тип билдәләне.


Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: