Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 21:09

Яңы миҙгелгә әҙерләнәбеҙ

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 22 инвестиция проектын тормошҡа ашырырға тейеш.

Ауыл хужалығы тармағында ҡыш миҙгеле – киләһе сәсеү кампанияһына әҙерлек, пландар ҡороу осоро. Әлеге мәлдә ауыл хужалығы предприятиелары техниканы көйләү менән була. Йылдағыса, был эш март айҙарына тиклем тамамланырға тейеш. Республиканың һәр районында техниканы яңы сәсеү миҙгеленә әҙерләү, орлоҡтар һайлау һәм башҡа мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү маҡсатында семинар-кәңәшмәләр үтте.

 

Рекордҡа еттек

 

Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ауыл хужалығы тармағының былтырғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм киләһе миҙгелгә маҡсаттар ҡуйылды.

– Былтыр ауыл хужалығы эшсән­дәре иген һәм иген культу­раларының бай уңышын йыйҙы – 5 миллион тоннанан ашыу. Республикала 30 йыл элек ҡуйылған рекордҡа еттек. Малсылыҡ тармағында инвестиция күләме 8 миллиард һумдан ашыу булған дүрт эре проект тормошҡа ашырылған. Төбәктә 400 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы донъяның 49 иленә сығарылған. Һатыуҙан килгән аҡса 300 миллион доллар тәшкил иткән. Санкция­ларҙы сикләүгә ҡарамаҫтан, ике йылға күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан. Тармаҡта ыңғай динамиканы һаҡларға һәм продукцияның баҙар шарттарына яраҡлашыуын һәм уны эшкәртеүҙе арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, – тине республика Премьер-министры Андрей Назаров.

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 2022 йылға тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме яҡынса 255 миллиард һум тәшкил итәсәк. Үҫемлекселек тармағы өсөн үткән йыл уңышлы булды, тип баһаланы Илшат Фәзрахманов. Иген уңышының дөйөм күләме 5 миллион 4 мең тонна тәшкил итә, был 2021 йыл кимәленән 2,4 тапҡырға күберәк. Шулай итеп, ауыл хужалығы предприятиелары бер миҙгел эсендә 2021 йылдағы ҡоролоҡтан һуң күргән зыяндың күләмен ҡаплағандар.

– 2022 йылда малсылыҡ тармағында етештереү күләменең кәмеүен туҡтата алдыҡ. Икенсе ярты йыллыҡта тауар етештереү күләме даими арта килде. Тауар секторы күрһәткестәре артыуы күҙәтелә. Ә бына граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештереү кәмей. Әйтәйек, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә һөт етештереү күләме 757,3 мең тонна тәшкил итә. Тауар секторындағы юғары күрһәткестәр тармаҡтың әүҙемләшеүе һәм һыйырҙарҙың етештереүсәнлегенең 6,5 % артыуы менән бәйле.

Былтыр аграрийҙар 4 меңгә яҡын тоҡомло эре мөгөҙлө мал һатып алған, шуларҙың 94 проценты – һөт йүнәлешендәге мал, – тине Илшат Фәзрахманов.

Йыл аҙағына тиклем Башҡорт­остан­дың Ауыл хужалығы министр­лығы тармаҡҡа инвестициялар күләме кәмендә 15 миллиард һум йәки 2021 йыл кимәленең 136 процентын тәшкил итер тип планлаштыра.

 

Алда тағы ҙурыраҡ эштәр көтә

 

Ауыл хужалығында ҡорамал­дарҙы һәм техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә.  Былтыр 12,8 миллиард һумға 3 223 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алына, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 800 миллион һумға күберәк. “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән контракт буйынса һатып алынған ҡорамалдар күләменең дөйөм хаҡы 3,7 миллиард һум булған 647 берәмек тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында 3-сө урынды биләй. Миҫал өсөн, 2021 йылда – 5-се урында килгәнбеҙ.

Республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте йыллыҡ үҫеште күрһәтә. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса етештерелгән аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күләме 138 миллиард һумдан ашыу булыр тип көтөлә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 105 процент тәшкил итә. Вице-премьер шулай уҡ Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында идара итеүҙең бәләкәй формаларын эшләү һәм ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса дәүләт програм­маһын тормошҡа ашырыу тура­һында һөйләне.

Әйтәйек, 2012 йылдан республикала хужалыҡтар һаны – 1,8 тапҡырға, ә ауыл хужалығы продук­цияһын тулайым етештереүҙә уларҙың өлөшө өс тапҡырға артҡан. Был дөйөм күләмдең 18 процентын тәшкил итә тигән һүҙ. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса хужалыҡтар 48 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештергән.

Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһы “Ауыл ипотекаһы” программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән илдә алдынғы урынды биләй.

– Беҙ илдә “Ауыл ипотекаһы” сиктәрендә ташламалы кредиттар биреү буйынса беренсе урынды һаҡлап ҡалабыҙ. 2022 йылда 2,1 миллиард һумға кредит бирелде. Шулай уҡ республика “Ауыл халҡының мәшғүллегенә булыш­лыҡ итеү” йүнәлешен тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшыһы булып тора.

Ауыл хужалығы министрлығына муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә 2023 йыл дауамында ауыл хужалығы ерҙәрен тулыһынса һанлы инвента­ризациялауҙы тәьмин итергә кәрәк; малсылыҡ объекттарын булдырыу буйынса кәмендә 22 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мотлаҡ, – тип быйылға маҡсаттар ҡуйҙы Андрей Назаров.

Илдә аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырыу, был йәһәттән хәүефһеҙлек булдырыу тураһында һуңғы ваҡытта йыш телгә алына. Башҡортостан тиҫтә йылдар дауамында Рәсәйҙә һөтсөлөк тар­мағын үҫтереү буйынса тәүге урын­дарҙа килә. Былтырғы йыл йомғаҡ­тары күрһәтеүенсә, һыйырҙар һаны буйынса илдә икенсе урындабыҙ. Йәмғеһе республикала 365 мең баш эре мөгөҙлө мал теркәлгән. Тауар һөтө етештереү буйынса – бишенсе урын. Йылына 757,3 мең тонна һөт етештерелә. Республика халыҡты һөт һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү буйынса илдә алтынсы урында.

Төбәктә һөт тармағының ҡеүәте 70 процентҡа ғына ғәмәлгә ашы­рылған. Күләмде йылына 1,1 миллион тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеге бар. Был йәһәттән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Миҫал итеп Йәрмәкәй районында инвесторҙың (ЭкоНива) һөтсөлөк тармағын үрсетеү буйынса иң ҙур инвестиция проектын тиҙ арала төҙөүен килтерергә була. Бөгөн “Төньяҡ Нива Башҡортостан” компанияһының һөтсөлөк комплексында 2800 һыйыр бар, уларҙың һәр береһенән көнөнә 40 литрға тиклем һөт һауыла. Ошондай уҡ күләмле проект Краснокама райо­нында тормошҡа ашырыла баш­лаясаҡ.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: