Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Февраль 2023, 22:15

Өфөнөң 450 йыллығын нисек үткәрәсәктәр?

Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе.

Өфөнөң 450 йыллығын нисек үткәрәсәктәр?
Өфөнөң 450 йыллығын нисек үткәрәсәктәр?

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 1 февралдә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда билдәләнәсәк Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар юбилей проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ҡалала ҙур социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Күләмле ҡоролмаларҙың береһен - Көрәш һарайын - раҫланған график буйынса һаласаҡтар. Шулай уҡ эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереү, Архитектор Рехмуков һәм Муса Гәрәев урамдарындағы юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Кәңәшмәлә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителгән архитектура-планлаштырыу ҡарарҙары менән таныштырҙылар. Республика Башлығы ошо варианттарҙы Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты эксперттары менән тикшерергә ҡушты.

- Профессиональ фекерҙе мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк. Әлбиттә, уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса урындағы халыҡ менән диалог алып барырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Февраль урталарында Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге майҙансығында төҙөлөш-монтажлау эштәре башлана. Спорт объекты Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәге янында төҙөлә. Графикка ярашлы Өфөнөң Инорс биҫтәһендә лә ишкәкле слалом комплексы төҙөлә.

2024 йылға яңыртылған Ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен аса. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был объекттың фасадтарын күҙ алдына килтереү һәм уның эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү концепцияһы менән танышты. Әйтәйек, театр янындағы майҙанда балалар өсөн уйын майҙансығы һәм «Миниатюралар аллеяһы» - Рәсәйҙең иң әһәмиәтле архитектура ҡоролмалары макеттары барлыҡҡа киләсәк. Төбәк етәксеһе ошо асыҡ экспозиция өсөн объекттар исемлеген яҡшылап уйларға ҡушты.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина театрҙы асыуға бай программа әҙерләүҙәре хаҡында һөйләне. Ул ҡурсаҡ вернисажын, Рәсәй ижади коллективтары ҡатнашлығында фестивалде һәм йәш тамашасылар өсөн яңы постановкаларҙы үҙ эсенә ала.

Транспорт инфраструктураһы өлкәһендә күләмле проекттар  әҙерләнә. Улар- «Көньяҡ ҡапҡа» һәм «Көнсығыш сығыу юлы». Өфөнөң «Көньяҡ ҡапҡалары»н төҙөкләндереү барышында 2024 йылда Пугачёв урамы һәм Ағиҙел йылғаһы аша иҫке автомобиль күпере төҙөкләндерелә. Күпер үткәүелдәренең яңыртылған комплексы һәм уға яҡын урынлашҡан биналар архитектура яҡтыртҡыстары менән биҙәләсәк. Ә Нуғай яғынан ҡалаға ингән ерҙә заманса стела ҡуйыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы вице-премьер Алан Марзаевҡа Өфө хакимиәте менән берлектә Көнсығыш сығыу юлы ҡоролмаларын файҙаланыуға тапшырыу, уның участкаларында юл хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрергә ҡушты.

 - Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына ҡала буйлап йөрөү уңайлы булһын өсөн транспорт ағымын урам-юл селтәренә һөҙөмтәле индереү мөһим, - тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, төҙөүселәр баш ҡаланың тарихи үҙәгендә Октябрь Революцияһы урамын төҙөкләндереүгә әҙерлек башланы. Бында инженер селтәрҙәрен яңыртасаҡтар һәм сауҙа-күңел асыу йорттарының ялы һәм эше өсөн майҙансыҡтары менән велойәйәүлеләр зонаһын булдырасаҡтар. Урам буйлап транспорт хәрәкәте һәр яҡҡа бер һыҙатҡа тиклем ҡыҫҡартыласаҡ.

Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан юбилей саралары концепцияһын тикшереү өсөн әҙерләргә ҡушты.

- Ваҡыт тиҙ үтә, мөһим датаға тиклем күп ҡалманы. Киләһе кәңәшмәлә ваҡиғалар тәртибен ҡарарға кәрәк, ул спорт, мәҙәни һәм башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда, әҙерлек эше һәйбәт темптар менән бара. Әммә ҡайһы бер объекттар буйынса хәлде тәрәнерәк өйрәнергә, аҡыл менән идара итеү ҡарарҙарын уйларға кәрәк.

Фото: Республика Башлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: