3 мартта Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан булышлыҡ мәсьәләһенә килгәндә, Дмитрий Чернышенко түбәндәгене белдерҙе.
– Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин етәкселегендәге Фән буйынса совет беҙҙең илдә юғары фән менән идара итеү органы булып тора. Яңыраҡ ҡына Совет ултырышы үтте. Дәүләт башлығы фәнгә, технологик суверенитетҡа ирешеүгә, дәүләттең тәү сиратта иҡтисадтың тотороҡлолоғона һәм махсус хәрби операция ихтыяждарын тәьмин итеү буйынса айырыуса аныҡ күрһәтмә бирҙе. Бында беҙ башҡа төбәктәр өлгө алырлыҡ бер нисә сағыу миҫал күрҙек. Башҡортостан ғилми һәм белем биреү эшмәкәрлегенә ярҙам итеү ҡоралдарының бөтә палитраһын тиерлек һөҙөмтәле файҙаланыуҙы күрһәтә.
Мәҫәлән, Евразия фәнни-мәғариф үҙәге - нефть-газ һәм нефть химияһы сәнәғәте өсөн инновациялар өлөшөндә лидерҙарҙың береһе. «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе иҫ киткес ғәмәли һөҙөмтәләр күрһәтә. Улар хәҙер авиация, медицина сәнәғәтендә файҙаланыла. Башҡортостан Башлығының үтенесе буйынса беҙ робот техникаһы өсөн көкөрт күсергестәр буйынса ғилми үҙәк ойошторорға һөйләштек. Беҙ бында технологик эшҡыуарлыҡтың платформаһын да күрҙек. Студенттар стартаптарында еңеүселәрҙе күрҙек. Башҡортостандан 22 кеше үҙ эшен асыу өсөн 1-шәр миллион һум отҡан.
Беҙ вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын төҙөүҙе лә барап күрҙек. Быйыл йыл аҙағында уҡ беренсе сиратын файҙаланыуға тапшырырбыҙ, ә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тулыһынса тамамларға планлаштырабыҙ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең алға Рәсәй Президенты ҡуйған маҡсаттарға ирешеүгә килтерә. Һәм был шатландыра ла, - тине ул.
Башҡортостанда фән һәм мәғариф өлкәһендә бер нисә күләмле проект тормошҡа ашырыла һәм был эштә федераль үҙәк нисек ярҙам итеүенә килгәндә, Радий Хәбиров былай тип яуап бирҙе:
– Фән һәм юғары белем үҫешен тәьмин итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте һәм Мәғариф министрлығының үҫешкән алымдары һәм ҡоралдары бар. Һәр проектҡа ғариза бирәбеҙ. Дмитрий Николаевич билдәләүенсә, беҙ донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген булдырыуға конкурстарҙа, «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерҙар мәктәбен ойоштороуҙа һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнаштыҡ, документацияны дөрөҫ әҙерләргә һәм еңергә өйрәндек
Был йүнәлештәр өсөн яуаплы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә, вице-премьер Дмитрий Чернышенкоға, Фән һәм юғары белем министрлығына рәхмәтлебеҙ. Беҙҙе ишетәләр, аңлайҙар, беҙгә ярҙам итәләр. Һәм шуға ярашлы яҡшы һөҙөмтә бар, - тине Радий Хәбиров.
Дмитрий Чернышенко иһә:
– Минең Башҡортостан Республикаһы етәкселеген һәм республиканың 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли фәнни-технологик үҫеш рейтингында илдә дүртенсе урын алыуына үҙ өлөшөн индергән бөтә йәш ғалимдарҙы ҡотлағым килә. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Артабан да шулай булһын!
Туризмға килгәндә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм министр Максим Геннадьевич Решетников үҙе «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә саралар йыйылмаһын әҙерләне. Быйыл ярты миллиард һум самаһы ҡаланың туристик коды, экотуризмды үҫтереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә. Әле Өфөгә эш сәфәре менән «Туризм.РФ» корпорацияһы етәкселеге килде. Былтыр Радий Фәрит улы улар менән килешеү төҙөнө, уның буйынса бер нисә инвестиция проектын һайлап алдылар. Улар тиҙ арала туристик инфраструктура булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән өйрәнерлек нәмәләр байтаҡ. Республиканың ҡеүәте ҙур. Уҙған йылда унда 1,9 миллион турист булған. Бөгөн беҙ Радий Фәрит улы менән туристар ағымын нисек етди арттырыу тураһында һөйләштек.
Ғөмүмән, бында булған тәбиғи, археологик, мәҙәни, гастрономик туризм йүнәлештәре туризм индустрияһының үҫеш потенциалы тураһында һөйләй, ул бизнестың 50-нән ашыу тармағын берләштерә, - тип билдәләне Дмитрий Чернышов. Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында түбәндәгеләрҙе һыҙыҡ өҫтәнә алды:
– Башҡортостандың туризм өлкәһендә күп планлы эше бар. Былар иҫәбендә - юл буйы сервисын үҫтереү буйынса республика программаһы ла, ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәрен яҡлау буйынса проект та, шифахана-курорт селтәрен, глэмпингтарҙы, туристик маршруттарҙы үҫтереү программалары ла. Иң мөһиме, туриндустрия үҙе һәм Башҡортостан халҡы был эшкә ҡыҙыҡһыныу тойҙо.
Фото: glavarb.ru