Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2023, 13:24

Ерҙәр буш ятырға тейеш түгел

Ал да файҙалан.

Р. Ғизәтуллиндың шәхси архивынан.
Фото:Р. Ғизәтуллиндың шәхси архивынан.

Колхоз, совхоздар тарҡалыу менән ауыл биләмәләрендәге киң баҫыуҙар бушап ҡалды. Бер кемгә лә сер түгел, оҙаҡ йылдар файҙаланмай ятҡан ерҙең уңдырышлылыҡ сифаты кәмей. Ғүмерен иген һәм башҡа культураларҙы үҫтереүгә күп көс түккәндәрҙең был хәлгә йөрәге һыҙламай ҡалмайҙыр. Был мәсьәләгә республика Башлығы ла айырым иғтибар йүнәлтте. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ошо юҫыҡта әүҙем эш алып барып, ябай граждандарға ла, фермерҙарға ла игенселек, үҫемлекселек менән шөғөлләнеүгә юл асыҡ тип хәбәр итә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм ҒИЗӘТУЛЛИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

– Рөстәм Хәмзә улы, Башҡорт­останда ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешендәге ерҙәрҙе ҡуртымға алыу тәртибе ниндәй?

 

– 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 7262,9 мең гектарҙы тәшкил итте. Баймаҡ районы (337,8 мең гектар), Хәйбулла районы (336 мең гектар) һәм Әбйәлил районы (221,8 мең) гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең ҙур майҙанын биләй. Дәүләкән, Көйөргәҙе, Благовар райондарында бындай ерҙәр райондың дөйөм майҙанынан 88 проценттан ашыуҙы тәшкил итә. Ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙанының иң күп өлөшө Салауат, Балаҡатай, Тәтешле, Ҡалтасы, Дыуан, Яңауыл райондарына тура килә. Ауыл хужалығы ерҙәренең төп ҡулланыусылары – ауыл хужалығы ойошмалары, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән граждандар.

2022 йылдың 14 июлендәге “Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы һәм 2002 йылдың 24 июлендәге “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондарға үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, быйылғы 1 ғинуарҙан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән ҡуртымға алынған һәм крәҫтиән (фермер) хужалығының эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн бирелгән ер участкаһын субарендаға биреү, шулай уҡ ер участкаһын ҡуртымға алыу килешеүе буйынса хоҡуҡтарҙы һәм бурыстарҙы икенсе кешегә тапшырыу, уларҙы хужалыҡ ширҡәттәренең һәм йәмғиәттәренең устав капиталына өлөш сифатында индереү тыйыла.

Бынан тыш, дәүләт йәки муниципаль милектә булған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе граждандарға йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына уның эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн ер биләмәләре биреү үҙенсәлектәрен көйләгән закон яңы статья менән тулылан­дырылған. Ул түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота: Рәсәй Федерацияһының Ер кодексында ҡаралған осраҡтар менән бер рәттән, граждан йәки крәҫтиән (фермер) хужалығы, крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барыу өсөн ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешендәге ерҙәр сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу хоҡуғына эйә. Биләмәләр  гражданға йәки крәҫтиән (фермер) хужалығына биш йылға тиклем ҡуртымға бирелә. Биш йыл үткәндән һуң, әгәр ҡулланыусы ерҙе маҡсатҡа ярашлы ҡулланһа, аренда хаҡын ваҡытында түләп барһа, тикшереү органдарынан килешеү йәки ерҙән файҙаланыу шарттарын боҙоу тураһында акттар булмаһа, килешеүҙең ваҡытын тағы ла оҙайтырға мөмкин.

 

– Ер биләмәләрен тағы ниндәй ысулдар менән алып була? Санкцияларҙы иҫәпкә алып, ниндәйҙер үҙгәрештәр индерелдеме?

 

– Республикала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “2022 һәм 2023 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү үҙенсәлектәре тураһында”ғы 629-сы ҡарарына ярашлы, импортты алмаштырыу өсөн продукция етештереү буйынса инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ер биләмәләрен сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең бойороғонда сит ил дәүләттәре һәм халыҡ-ара ойошмалар яғынан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү эшмәкәрлеген үҫтереү ҡаралған. Импортты алмаштырыу өсөн бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ культуралар үҫтереү, малсылыҡ, ҡатнаш ауыл хужалығы һәм башҡа  эшмәкәрлек төрҙәре раҫланған.

Беҙҙең республикала, атап әйткәндә, Өфө, Шаран, Ҡыйғы, Федоровка райондарында, 2022 йылда нәҡ импортты алмаштырыу маҡсатында ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн 792,55 гектар майҙандағы һигеҙ ер биләмәһе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға бирелде.

 

– Буш ятҡан ерҙәрҙе ҡуртымға алырға теләүселәр бармы? Улар ниндәй ҡаршылыҡтарға осрай?

– Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән бирелгән ер биләмәләренең минималь һәм максималь күләмен көйләү сиктәрендә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон проектын әҙерләне.

Әлеге ваҡытта закон тарафынан асыҡ тупраҡта ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн рөхсәт ителгән маҡсаттарҙы иҫәпкә алып, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән булдырылған яңы ер биләмәләренең минималь күләме билдәләнгән: ул 50 гектарға тиң. Ә  бәләкәй хужалыҡтар өсөн бәләкәй ер биләмәләренә ихтыяж күберәк. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҙур майҙанлы ер биләмәләре был осраҡта ауыл хужалығын үҫтереүгә етди кәртә булып тора. Шунан сығып, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы законға үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итте. Бүленәсәк ер биләмәһенең майҙаны ике гектар буласаҡ, закон проекты әле тикшерелә. Бындай майҙандарҙа күп йыллыҡ үләндәр, күп йыллыҡ емеш-еләк культуралары, асыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү, шулай уҡ бесән сабыу өсөн ерҙәрҙе ауыл хужалығы әйләнешенә индереү ҡулайыраҡ.

 

– Ә ауыл хужалығы тәғәйенләне­шендәге ерҙәрҙә капиталь төҙөлөш объекттарын төҙөү мөмкинме?

 

– 2022 йылдың 1 мартында  крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙә торлаҡ йорт төҙөү хоҡуғын биргән “Рәсәй Федерацияһының Ер кодексының 77-се статьяһына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде.

Крәҫтиән (фермер) хужалығы тарафынан үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланылған ер участкаһында өс ҡатҡа тиклем, дөйөм майҙаны 500 квадрат метрҙан ашмаған, ер участкаһы майҙанының 0,25 процентынан артмаған бер торлаҡ йорт төҙөү, реконструкциялау  рөхсәт ителә.

Рәсәй Граждандар кодексының 257-се статьяһына ярашлы, крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзалары, ер биләмәһенән тыш, хужалыҡ ҡаралтыларын һәм башҡа ҡаралтыларҙы милектә тота ала. Шул уҡ ваҡытта был ҡоролмаларҙың характеры бер нисек тә регламентланмай. Фермер хужалығы мөлкәте составына ошоға оҡшаш хужалыҡ ҡаралтылары, шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе мелиорация һәм башҡа ҡоролмалар инә.

 

– Ҡуртымға алыусыға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер биләмәһендә торлаҡ йорт төҙөүгә белдереү ҡағыҙын йүнләргә кәрәкме?

 

– Ул шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектын төҙөү, реконструкциялау маҡсатында урындағы вәкәләтле үҙидара органына, шул иҫәптән Күп функциялы үҙәк аша төҙөлөшкә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә ала. Йә иһә күрһәтелгән органдарға почта йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектын төҙөү йәки реконструкциялау тураһында белдереү ебәрергә тейеш.

Рөхсәт ителгән ҡулланыу төрҙәре классификаторына үҙгәрештәр индерелмәгәнлектән, унда бөгөн "крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барыу өсөн" тигән махсус төшөнсә юҡ, ә ауыл хужалығы ҡулланыуының айырым төрҙәре бар. Файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһе төҙөлөшкә рөхсәт алыу ваҡытында хәл ителергә тейеш.

Шәхси йорт төҙөргә рөхсәт ителгән ауыл хужалығына ҡараған ер биләмәләрен файҙаланыуҙың рөхсәт ителгән төрҙәре исемлегенә классификация нормативы буйынса билдәләнгән түбәндәгеләр инә:

- ауыл хужалығын алып барыу өсөн;

- крәҫтиән хужалығын алып барыу өсөн;

- ферма;

- сусҡасылыҡ;

- малсылыҡ;

- үҫемлекселек;

- умартасылыҡ.

 

– Ауыл хужалығы тәғәйенлә­нешендәге ерҙәрҙә төҙөлгән йорттарҙы инженер селтәрҙәре һәм коммуникациялар (газ, электр), транспорт селтәре (юлдар) менән тәьмин итеү һәм уларҙы артабан хеҙмәтләндереү, шулай уҡ бындай селтәрҙәр төҙөүгә сығымдарҙы бүлеү мәсьәләһе кемдең иңендә ята?

 

– “Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закон нормаларын иҫәпкә алып, урындағы әһәмиәтле мәсьәләләргә түбәндәгеләр индерелгән:

1) ауыл биләмәһе сиктәрендә халыҡты электр, йылылыҡ, газ һәм һыу менән тәьмин итеүҙе, һыу бүлеүҙе, халыҡты Рәсәй Федерацияһы закондары менән билдәләнгән вәкәләттәр сиктәрендә яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу;

2) ауыл биләмәләре сиктәрендә урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарында юл эшмәкәрлеге һәм уларҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шул иҫәптән туҡталҡалар булдырыу һәм уларҙың эшләүен тәьмин итеү, автомобиль транспортында, ҡала ер өҫтө электр транспортында һәм ауыл биләмәһе сиктәрендә юл хужалығында муниципаль контролде тормошҡа ашырыу, юл хәрәкәтен ойоштороу, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы автомобиль юлдарын файҙаланыу һәм юл эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өлкәһендә башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу.

Урындағы үҙидара органына тейешле инфраструктура ойоштороу бурысы йөкмәтелмәгән. Ҡуртымға алыусы торлаҡ төҙөгәндән һуң ҡуртымға алынған ер биләмәһендә инфраструктура үткәреүҙе һорап урындағы үҙидаралыҡ органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

 

– Әгәр фермер ошо ерҙәрҙә коттедж­дарҙан торған ауыл төҙөргә уйлаһа, был мөмкинме?

 

– Әлбиттә, юҡ. Закон менән ауыл хужалығына, фермаларға бер ниндәй ҡыҫылышы булмаған коттедждарҙы күпләп төҙөүгә ҡарата сикләү саралары булдырылған. Ерҙәрҙе файҙаланыу крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу маҡсатында ғына рөхсәт ителә. Төҙөлгән фермер йорто, үҙ сиратында, был хужалыҡ мөлкәтенең бер өлөшө булып ҡала. Ауыл хужалығы ерҙәре, Рәсәй Федерацияһының Ер кодексы нормаларына ярашлы, ауыл хужалығы етештереүен алып барыу, мелиоратив һаҡлағыс урман һыҙаттары, ауыл хужалығы производ­ствоһына бәйле ғилми тикшеренеү, уҡыу һәм башҡа шундай ауыл хужалығына бәйле маҡсаттарҙа ғына файҙаланырға тейеш.

 

– Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер биләмәһен ҡуртымға алыу килешеүенең ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғандан һуң, ҡуртымға алыусыға ошо биләмәлә төҙөлгән йорт менән нимә эшләргә?

 

– Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына ярашлы, ҡуртым килешеүе ваҡыты түбәндәге осраҡтарҙа оҙайтыла:

- тамамланмаған төҙөлөш объекты булғанда;

- ауыл хужалығы производствоһын алып барғанда.

Ҡуртымға алыусыға ҡарата вәкәләтле органдың дәүләт ер күҙәтеүе сиктәрендә асыҡланған һәм бындай ер участкаһын файҙаланғанда Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен боҙоуҙар булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡуртымға алыу килешеүен  оҙайтыу тураһындағы ғаризаны ул был ҡуртым килешеүе ваҡыты үткәнгә тиклем бирергә бурыслы.

 

– Йорт төҙөлгәс һәм уны теркәгәндән һуң, ер майҙанын межаларға мөмкинме, ҡуртымға алыусы был торлаҡта теркәлә  аламы?

 

– Әгәр башланғыс ер биләмәһенең майҙанын кәметһә, торлаҡ йорт урынлашҡан ер майҙанынан яңы ер биләмәләре бүлеү рөхсәт ителмәй (дәүләт һәм муниципаль ихтыяждары өсөн ер биләмәләрен тартып алыу менән бәйле осраҡтарға ҡағылмай).

Крәҫтиән (фермер) хужалығы ерҙәрендә төҙөлгән йортта йәки коттеджда түбәндәге ғәмәлдәрҙән һуң теркәлергә мөмкин:

1) йортто милек объекты булараҡ теркәү (кешенең фермер эшмәкәрлегендә даими булыу кәрәклеге нигеҙендә алдан алынған рөхсәт буйынса);

2) БТИ паспортын алыу;

3) объектты торлаҡ тип таныу.

 

Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына ярашлы, ер биләмәләренең сиктәре муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен һәм (йәки) тораҡ пункттарының сиктәрен киҫеп үтергә тейеш түгел. Уның сиктәре территориаль зоналар, урман хужалыҡтары, урман парктары сиктәрен киҫеп үтһә, ер биләмәһен бүлеү рөхсәт ителмәй. Ер аҫтын геологик өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эшкәртеү, линия объекттарын, гидротехник ҡоролмаларҙы, шулай уҡ һыу һаҡлағыстарҙы, башҡа яһалма һыу объекттарын урынлаштырыу өсөн ойошторолған ер биләмәләренә был ҡағиҙә ҡағылмай.

Атап үтелгән осраҡта ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең сиктәре киҫешкән осраҡта ер биләмәләре сиктәрен йәки тораҡ пункттарҙың сиктәрен үҙгәртеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

2031 йылдың 1 мартына тиклем граждандарға баҡса  йәки шәхси торлаҡ йортон дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм (йәки) хоҡуҡтарын дәүләт теркәүен тормошҡа ашырырға мөмкин. Был норма тораҡ пункттар сиктәрендәге объекттарға ҡарата ҡулланыла.

Дөйөмләштереп әйткәндә, ауыл халҡы үҙ-үҙен эш менән тәьмин итә ала. Бының өсөн ауыл тәғәйенләнешендәге буш ятҡан ерҙе ҡуртымға алып, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүгә, ҡош-ҡорт, мал үрсетеүгә тулы мөмкинлеге һәм хоҡуғы бар.

 

– Рөстәм Хәмзә улы, төплө яуап­тарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Был мәғ­лүмәттәр ауыл халҡына бик кәрәкле булыр тип ышанабыҙ.


Айгөл ВӘЛИЕВА

Читайте нас: