Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июнь , 15:00

Журналистар "Алға"ла булды

Йүнселдәр бында проекттарын тормошҡа ашыра

Журналистар "Алға"ла булды
Журналистар "Алға"ла булды

 Республикабыҙҙа “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Яңы предприятие асылыу менән яңы хеҙмәт урындары булдырылды. Был урындағы халыҡ өсөн дә уңайлы. Бөгөн дә предприятие эшселәр ҡабул итергә әҙер.

Журналистар һәм блогерҙар “Алға” менән танышты

Ошо көндәрҙә “Алға” махсус иҡтисади зонаға пресс-тур ойошторолоуы төбәктә яҡшы эш шарттары һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән заманса производство эшләүен йәнә бер дәлилләне. Журналистар үҙ күҙҙәре менән күреп, быға инанып ҡайтты.

“Алға” махсус-иҡтисади зонаһында йәштәрҙе лә йәлеп итерҙәй өҫтөнлөктәр бар. Үҙ эшен булдырырға теләгән инициативалы йүнселдәр өсөн тәҡдимдәр ҡыҙыҡлы.

– Үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға инвестиция алыу мөмкинлеге тураһында мөмкин тиклем күберәк йәштәргә еткергем килә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте был йәһәттән ярҙам күрһәтә. Шуға ла барлыҡ йәш эшҡыуарҙарға ҡурҡмауҙарын һәм үҙҙәренең хыялдарына ҡарай ышаныслы атлауҙарын, эшҡыуарлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙарын теләйем, –тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса йәштәр министры Гүзәлиә Ғәлиуллина.

Журналистар һәм блогерҙар  “Аркада” сәнәғәт берекмәһендә лә булдылар. Бында ҡышҡы һәм йәйге махсус кейемдәр тегәләр. Предприятиелағы производство ҡеүәте айына 15 меңгә тиклем изделие сығарырға мөмкинлек бирә.

– Бөгөнгө көндә “Рәсәй тимер юлдары”, “Мәскәү метрополитены”, “Газпром” һәм башҡа  ҙур  компанияларға махсус кейемдәр тегәбеҙ. Заказдар ҙа, эш тә бик күп.  Шул уҡ ваҡытта эшсе ҡулдар етмәй. Производствоны арттырыу өсөн тағы 450-ләп кеше кәрәк, – тип һөйләне производство начальнигы Марина Дратова.

Килгән ҡунаҡтар хеҙмәткәрҙәр менән аралашты, уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Өлкән механик Иван Белаш эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе:

–Фабрикаға өс йыл элек эшкә килдем. Һуңынан мине өлкән механик итеп үрләттеләр. Хәҙер механик-көйләүселәргә етәкселек итәм. Эшем оҡшай, барыһы менән дә ҡәнәғәтмен. Эшләгән коллектив та бик берҙәм, татыу.

Спорт кейемдәре теккән “Заспорт” тегеү фабкаһы ла журналистарҙа, блогерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның заказсылары олимпия резервындағы мәктәптәр, төрлө спорт төрҙәре буйынса федерация йәмғиәттәре. Рәсәйҙең олимпия командаһының  экипировкалаусыһы “Алға” майҙансығына 2020 йылда инә. Былтыр ул рәсми рәүештә спорт кейемен етештерә башлай. 

–Был пресс тур шунһы менән үҙенәсәлекле булды. Бында оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, үҙебеҙҙе тегеүҙә лә һынап ҡараныҡ. Республикабыҙҙа “Алға” тигән махсус иҡтисади зона булыуы, эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнестарын алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыу тураһында башҡаларға ла еткереү бурысы тора, – тигән фекерҙәр яңғыраны блогер һәм журналистарҙан.

Осрашыу барышында “Алға” махсус-иҡтисади зонаһы биләмәһендә 22 инвесторҙың эшләүе тураһында һөйләнеләр. Үҙенең класында илдә берәү булған предприятиеларҙы ла күрһәттеләр.

 “Дога” компанияһы ла шулай рәтендә. Бында нефть эшкәртеүҙәге газ ҡалдыҡтарынан еҫле углеводородтар етештереү планлаштырыла. Бындай продукция күп тармаҡта һорау менән ҡулланыла. Шул иҫәптән дарыуҙар етештереүҙә. Шуға ла ул бик мөһим булғандарҙың исемлегенә индерелгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвестор дәүләт ярҙамы сараларынан ҡулланған.

Төҙөлөш эштәре былтыр апрель айында башланған. Сеймал алыу өсөн эргәлә генә нефть эшкәртеү заводы булыуы ла уңайлы. Яңы производствоның эшләй башлауы 2025 йылға планлаштырыла.  

 Инвесторҙарҙы “Алға” зонаһының өҫтөнлөктәре лә йәлеп итмәй ҡалмай. Улар бығаса булмаған ташламалар менән ҡуллана: НДС, транспорт, килемгә  0% һалым, пошлинаһыҙ сығарыу һәм индереү. Әле 22 резидент проекттарын тормошҡа ашырыуға әҙерләһә, потенциал бының менән генә сикләнмәгән.

Шуны ла билдәләү мөһим, “Алға”ның үҫеше республиканың иҡтисадына ғына ыңғай йоғонто яһап ҡалмай, яҡын тирәләге район-ҡалаларҙа йәшәүселәр яҡшы компанияларға эшкә урынлашып та бының файҙаһын тоя. Дөйөм алғанда, өс меңләп эш урыны булдырыу күҙаллана.

Инвестиция  рейтингыһында  иң яҡшылар рәтендә

 “Алға”ның тарихы ҙур түгел, ләкин был йылдар эсендә әллә күпме эштәр башҡарылған.

2020 йылдың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән  сәнәғәт тибында ”Алға” махсус -иҡтисади зона барлыҡҡа килде.

 Рәсәй Хөкүмәтенең 2023 йылдағы ҡарары менән “Алға” ның майҙаны Өфө районындағы участкалар иҫәбенә тағы ла киңәйтелде.

“Алға”ның Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында биш айырымланған майҙансыҡта урынлашыуы предприятиеларҙы технология, сеймал базаһы оҡшашлығы йәһәтенән тармаҡ буйынса төркөмләп кластер тибында урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе.

“Алға” махсус-иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны  хәҙер 763 гектарҙан ашыу тәшкил итә. 

2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса  Рәсәйҙең VII махсус иҡтисади зоналарының инвестиция милли рейттингы һөҙөмтәләре буйынса “Алға” махсус иҡтисади зонаһы “Импортты алмаштырыу” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.  

Рейтингыла яңы булдырылған  номинацияла эксперттар был йәһәттән тап Башҡортостанды билдәләүҙе мөһим тип таба.

– Бындай юғары баһаның әһәмиәте нимәлә? Беҙ мөмкин тиклем күберәк эшмәкәрлектең нигеҙендә импортты алмаштырыу булған инвесторҙар йәлеп итергә тырышабыҙ. “Алға” махсус-иҡтисади зонаһы эшҡыуарҙарға уңайлы инфраструктура булдыра – проект эшендә, документтарҙы төҙөгәндә ярҙам итә, килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итешә. 2023 йылда “Алға” составына “Өфө” индустриаль биләмәһен дә индереүебеҙ, уның функциональ мөмкинлеген тағы ла арттырҙы, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

 

Эшселәр  уҡытыла ла

“Аркада” сәнәғәт берекмәһе лә ышаныслы аҙымдар менән атлай.   Производствоның тәүге этабы 2021 йылдың декабрендә эш башлай. 2022 йылдың көҙөндә Башҡортостан етәксеһе “Аркада” сәнәғәт берекмәһенең бирсәткә етештереү  буйынса  яңы цехын асыуҙа ҡатнашты.

Предприятиеға эшселәрҙе йәлеп итеү маҡсатында Республиканың Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә саралар ҙа уҙғарыла. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалаларының  мәшғүллек үҙәктәре нигеҙендә  тегеү ҡорамалы операторы һөнәренә кадрҙар әҙерләнә.

Динар КӘЛИМУЛЛИН фотолары.

 

 

 

 

 

 

 

 

Журналистар "Алға"ла булды
Журналистар "Алға"ла булды
Журналистар "Алға"ла булды
Журналистар "Алға"ла булды
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: