Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Октябрь , 12:00

Көндәшлегә көнләшергә була

Башланғыстың әле өстән бер өлөшө генә тормошҡа ашырылған, ә тулыһынса эшләй башлаһа?

Көндәшлегә көнләшергә була
Көндәшлегә көнләшергә була

Һуңғы осорҙа агротуризм тураһында күп һөйләйбеҙ һәм яҙабыҙ. Экологик туризм менән әүҙем шөғөлләнгән кешемен, әммә “Агротуризм туристар һәм балалар өсөн ҡыҙыҡ булырмы һуң?” тигән уй йөрөй ине башта. Балтас районының Көндәшле ауылында Лиана менән Илдар Сәхиповтарҙың башланғысын барып ҡарағандан һуң, агротуризмдың киләсәге өмөтлө икәненә инанып ҡайттым.

Илдар Сәхипов уңышлы бизнесмен була (әле лә шулай, тик эшенең йүнәлешен үҙгәрткән – авт.), ғаиләһе менән Татарстандың баш ҡалаһында төпләнәләр. Балалары шунда тыуа. Эше лә сәскә ата, әммә күңеленә ниҙер етмәй.

– Ата-бабаларым ере мине гел үҙенә тартты. Ир ҡорона инә башлау менән тыуған яҡҡа ҡайтыу теләге көсәйгәндән-көсәйҙе һәм, Лиана менән һөйләшеп, Балтасҡа ҡайтырға булдыҡ. Ҡазандағы барлыҡ мөлкәтте һатып, район үҙәгенән йорт алдыҡ та тыуған ауылым Көндәшлелә олатайымдың йортон төҙөкләндерҙек, – тип һөйләй Илдар Сәхипов.

60–70-се йылдарҙа төҙөлгән ябай ауыл йортонда күпме нур йәшәгәнен күреп кенә тойоп булалыр. Өйҙөң уртаһында  – ҙур мейес. Хәстәрлекле, ихлас хужалар унда һый әҙерләй, ә йортҡа ҡунаҡҡа килгән туристар боронғолоҡто тойоп, үҙҙәре лә тәмле аштар бешерә ала. Тап ошо йорттан Илдар Сәхиповтың бизнес-планы башлана һәм яйлап тормошҡа аша.

Ауыл эргәһендә уның өс гектар майҙанда һарымһағы үҫә. Ситтән һәйбәт орлоҡ яҙҙырып алып эш башлаған. Сорттың исеме – "Добрыня".

– Һарымһаҡтың эше күп тип әйтеп булмай, әммә араһын йыш ҡына йомшартырға кәрәк. Һарымһаҡ үҫтереүҙең төп сере шунда! Бында эшләгән ваҡытта ял итергә урын кәрәк тип уйлап, бәләкәй генә быуа эшләнек, эргәһенә өҫтәл, ултырғыстар ҡуйып, быуаға балыҡ ебәргәйнек, халыҡ ағыла башланы. Тимәк, был ерҙе тағы ла күркәмләндерергә кәрәк. Артабан саҡ ҡына арыраҡ бер быуаны ҙурайтырға иҫәп бар, – ти Илдар Рәшит улы.

Һарымһаҡтан тыш, Лиана менән Илдар еләк һәм ҡурай еләге үҫтерә. Кәртә артында Италиянан яҙҙырып алынған еләктәр ултыртылған. Улар бөтәһе 10 мең төп.

– Бындай еләкте Башҡортостанда табыуы ауыр. Тәүге йыл уңыш биргәс, халыҡ аптырап ҡалды. Хатта дарыуҙа һәм ашламала ғына үҫтерелгән, уны ашарға ярамай тип әйтеүселәр ҙә булды. Шулай ҙа бер-ике йыл эсендә үҙебеҙҙең генә һатып алыусыларыбыҙ барлыҡҡа килде. Тигеҙ, эре һәм тәмле еләкте алыусылар байтаҡ.

Ә ҡурай еләге тураһында мин оҙаҡ һөйләй алам. 2500 төп ҡурай еләге ултырттыҡ. Был сорт оҙаҡ һаҡлана һәм еләктәре эре була, иҙелмәй. Шуныһы менән ул бик отошло. Артабан да ошо йүнәлеште дауам итмәксебеҙ, – тип баҡсаны күрһәтә Илдар.

Көндәшле ауылы район үҙәгенән 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Илдар Сәхипов ауылдың йәшәйешенә яңы һулыш өргән тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ. Агротуризм йүнәлеше буйынса килгән туристар кемдән бал, кемдән һөт-ҡаймаҡ, кемдән йомортҡа аласаҡ бит.

Илдар Сәхиповтың башланғыстың әле өстән бер өлөшө генә тормошҡа ашырылған, ә тулыһынса эшләй башлаһа? Сәхиповтарға уңыштар ғына ғына теләргә ҡала.

 

Фото һәм видео Сәхиповтарҙың шәхси архивынан алынды.

Көндәшлегә көнләшергә була
Көндәшлегә көнләшергә була
Көндәшлегә көнләшергә була
Көндәшлегә көнләшергә була
Көндәшлегә көнләшергә була
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: