Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Апрель 2019, 22:34

Күңелдәрҙе нурландырҙы "Иман нуры"

Изге Рамаҙан айы алдынан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы мәсетендә балалар араһында “Иман нуры” конкурсы үткәрелде.

Фото: Гөлназ Сәғәҙәтова.
Фото: Гөлназ Сәғәҙәтова.
Изге Рамаҙан айы алдынан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы мәсетендә балалар араһында “Иман нуры” конкурсы үткәрелде.


Уны имам-хатип Фәрит Ҡотосов ойошторҙо. Бағыусылар – ауыл халҡы, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре: һәр береһе ҡулынан килгәнсе ярҙам күрһәтте.


Дин юлына ынтылған, Ислам нигеҙҙәре буйынса тәүге һабаҡ алған әҙәпле, әхлаҡлы, тырыш балалар йыйылғайны конкурсҡа. Улар төрлө аят сүрәләрен яттан һөйләне, аҙан әйтте.


Ярыштың төп бүләге – елле велосипед – Ғәлләм Сәлиховҡа эләкте. Беренсе урынды иһә Илмир Исхаҡов менән Уралиә Ғәлина бүлеште, уларҙың икеһенә лә смартфон тапшырылды.


Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, күстәнәстәр менән һыйланды.


Изге Рамазан айын таулыҡайҙар изге ғәмәлдәр, яҡты уй-теләктәр менән ҡаршылай. “Иман нуры” уларҙың күңелен тағы ла нурландырып ебәрҙе.
Читайте нас: