Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Июнь 2019, 13:23

Рамаҙан һабаҡтары юлыбыҙҙы яҡтыртһын!

Изге Рамаҙан да тамамланды. Ай буйы ураҙа тотҡан, ғибәҙәттә булған мосолмандың тормошо артабан ниндәйерәк үҙгәрештәргә дусар ителә? Рамаҙанда алған һабаҡты һәр кем дөрөҫ файҙаланамы?

Изге Рамаҙан да тамамланды. Ай буйы ураҙа тотҡан, ғибәҙәттә булған мосолмандың тормошо артабан ниндәйерәк үҙгәрештәргә дусар ителә? Рамаҙанда алған һабаҡты һәр кем дөрөҫ файҙаланамы?


Мосолмандар ураҙаны һағыш менән оҙата. Сауап-бәрәкәтте күпләп алыу мөмкинлеген биргән, мәрхәмәт-шәфҡәткә, күркәм ғә­мәл­дәргә бай, тимәк, бөтөн кеше­лектең хыял-маҡсатына тап кил­гән изге айҙан айырылыу еңел түгел, әлбиттә. Диндарҙар әйте­үенсә, был мәлде уҡыусыларҙың мәктәп­те тамамлауы менән сағыш­тырырға мөмкин. Ураҙала алған һабаҡ шул килеш ҡалырға тейеш түгел, уны ғәмәлдә файҙалана башлау, белемде артабан камиллаштырыу, юғарыраҡ үрҙәргә ынтылыу мөһим.
Мәҫәлән, Рамаҙанда мосолмандар мәсеткә күмәкләшеп йыш йөрөй. Ир-аттың ошолай тупланыуы, бергәләп фекер алышып, кә­ңәшләшеп, уртаҡ маҡсаттар ҡороп йәшәүе Исламда юғары ба­һалана. Был ғәмәл ураҙа айында ғына түгел, һәр саҡ башҡа­рылырға тейеш. Ир-уҙамандары бергә бул­ған халыҡтың иртәгәһе ышаныслы, ундай өммәттең тамыры ныҡлы.
Рамаҙан дауамында мосолман тәрәүих намаҙҙары уҡый, ҡояш сыҡмаҫ борон сәхәр эсә, һуңғы ун төндә ғибәҙәт ҡылыуға айырыуса ҙур урын бирә. Ошолай өйрәнһә, уға артабан да йоҡоно ҡалдырыу, иртә уяныу йәһәтенән ауырлыҡ булмаясаҡ. “Таңдағы доғаларҙы фәрештәләр тыңлай”, тиҙәр. Иртә торғандың юлы уңа, тормошона ҡот-бәрәкәт өҫтәлә. Йоҡоһона баш була алмағандан, ваҡытын бушҡа уҙғарғандан иһә ырыҫ ҡаса.
Изге айҙа күптәр Ҡөрьән аяттарын ятлап ала. Был ғәмәл, әлбит­тә, ураҙанан һуң туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Мосолмандың һәр көнө – ал­ға ынтылыу. Булған белем менән ҡәнәғәт ҡалыуҙың, үҫе­шергә ты­рыш­мауҙың артҡа тәгәрәүгә кил­тереүе ихтимал. “Ғи­лемде бишектән алып гүргә ингән­се өйрән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Динебеҙҙә белем тормоштоң асҡысы, яҡшы, мул, имен йәшәү нигеҙе тип тәҡрарлана.
Ураҙала әҙәм балаһы ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Бының, мәғлүм ки, файҙаһы бихисап. Асығып, әҙәм балаһы организмын таҙарта. Шул уҡ ваҡытта эҫе көндәрҙә лә бер йотом һыуһыҙ йөрөү ихтыяр көсөн нығыта, сыҙамлыҡҡа, ныҡышмаллыҡҡа өйрәтә. Бындай хәлдә әҙәм ба­лаһы ризыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башлай, сирлеләргә, мохтаждарға ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәте арта. Өҫтәүенә асығып өйрәнгән кеше төрлө ҡатмарлы ваҡиғаларҙа, мәҫәлән, ҡара урманда аҙашҡанда баҙап ҡалмаясаҡ, үҙ юлын табасаҡ. Ризыҡһыҙ тора алмаған, сабыр итә белмәгән ихтыярһыҙ әҙәмдең иһә бындай һынауҙарҙы үтә алмауы ихтимал.
Ғөмүмән, ашау-эсеүҙән тыйы­лыуҙың һабаҡтары бихисап. Әҙәм балаһы уларҙы артабанғы тормошона нигеҙ итеп алып, туҡтауһыҙ хаҡ юлға ынтылып йәшәргә тейеш. Әгәр ҙә ки дөрөҫ ғәмәлдәргә ураҙа тамамланыу менән “нөктә ҡуйыла” икән, Аллаһ Тәғәлә Рамаҙанда ҡылғандарҙы ҡабул итерме? Артабан фарыз ғибәҙәттәрҙән тайпылған кеше изге айҙа “күҙ буяп” йөрөгән кеүек килеп сыҡмаймы?
Бәғзеләр, мәҫәлән, ураҙа тамамланғас, мәсеткә юлды “онота”. Икенселәр доға уҡымай, хәйер бирмәй, мәрхәмәтһеҙлек күрһәтә, ғәйбәт һүҙ йөрөтә, саманан тыш күп ашай башлай. Тимәк, бындай кешенең ураҙала асығып йөрөгәненән ни фәтүә? Төҙөй башлағанды үҙ ҡулдарың менән емереү был, икеләтә гонаһҡа батыу. “Иләп бөткән ебен кире тағатҡан ҡатын һымаҡ булмағыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Рамаҙан – Аллаһ ҡушыуы буйынса йәшәүҙең ауыр түгеллеген, ихтыяр көсө, сыҙамлыҡ булғанда, барыһын да үтәү мөмкинлеген раҫлаған ай. Арабыҙҙа дини ғилем туплап та, уны ғәмәлдә тормошҡа ашырырға ҡурҡҡандар бар: мәҫәлән, намаҙ уҡый башларға ҡыйыулыҡтары етмәй. Был – сәбәп кенә, ти белгестәр. Ысын күңелдән теләйһең икән, көс етмәҫлек ғәмәл юҡ. “Ҡөрьән Кәрим”дә белеме булып та, уның буйынса йәшәмәгән кешеләр китап йөгө менән баҫылған ишәккә сағыштырылған.
Ураҙа айы – ҙур мәктәп. Әҙәм балаһы унан һабаҡ алып, һы­ғымта яһап, тормошта яңы баҫ­ҡысҡа күтәрелергә тейеш. Рама­ҙан емештәрен башҡа бөтөн айҙарға сәсеү, таратыу – һәр мосолмандың изге бурысы. Был ғәмәл тормошто тағы ла нурландырыу, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, ғүмер­ҙең асылын тәрәнерәк аңлап, гелән дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа, именлеккә ынтылып, изгелек өләшеп йәшәү маҡсатын нығы­тасаҡ.
Читайте нас: