Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Июнь 2019, 15:33

Татыулыҡҡа ынтылыу ҙа – оло саҙаҡа

“Эй мосолман донъяһы,Көмөш тауышлы аҙан.Эй мосолман донъяһы,Хуш, хәйерле Рамаҙан!”Ошо йырҙағыса, мосолмандар өсөн шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн бөгөн: өммәтебеҙ менән изге Рамаҙан айын оҙатып, Ураҙа ғәйетен билдәләйбеҙ. Оло байрамда халҡыбыҙ күпләп иман йорттарына йыйылып, бер-береһен ихлас күңелдән тәбрикләне, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙе.

“Эй мосолман донъяһы,

Көмөш тауышлы аҙан.

Эй мосолман донъяһы,

Хуш, хәйерле Рамаҙан!”

Ошо йырҙағыса, мосолмандар өсөн шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн бөгөн: өммәтебеҙ менән изге Рамаҙан айын оҙатып, Ураҙа ғәйетен билдәләйбеҙ. Оло байрамда халҡыбыҙ күпләп иман йорттарына йыйылып, бер-береһен ихлас күңелдән тәбрикләне, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙе.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иртә менән Өфөләге “Ләлә” мәсетендә булып, байрам хөтбәһен тыңланы, йәмәғәт менән бергә намаҙ уҡыны. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов вәғәзендә Ислам нигеҙҙәрен, динебеҙҙең тормош-көнкүрештәге әһәмиәтен йәнә бер ҡабат хәтергә төшөрҙө, борон-борондан килгән рухи ҡиммәтебеҙҙән ситкә тайпылмаҫҡа әйҙәне, мохтаждарҙы, сирлеләрҙе ярҙамдан айырмау, һәр йәһәттән татыулыҡҡа ынтылыу мөһимлеген тәҡрарланы.


“Асыҡҡанды – туйындыр, мохтажға – ярҙам ит, күңеле төшкәнгә яҡшы һүҙ әйт, йылмай, гелән татыулыҡҡа ынтыл – быларҙың барыһы ла саҙаҡа. Изге ғәмәлдәрҙе Рамаҙан айында ғына түгел, һәр ваҡыт ҡылыу, тормош ҡағиҙәһенә әйләндереү зарур. Яҡты киләсәгебеҙ тап шул нигеҙҙә генә төҙөлә ала”, – тине Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин.


Ураҙа айы – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мөьмин мосолмандар уның ҡанун-ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә тырышты, дөрөҫ йәшәүгә табан йәнә бер нисә аҙым яһаны, насар уй-ниәттәрҙән, ялғандан тыйылырға, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәнде. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән. Ошо аҡылдың асылына нығыраҡ төшөнөп, ураҙа тотҡан хөрмәтле ҡәрҙәштәребеҙ уйлап һөйләп зарурлығын тормош ҡануны итеп алғандыр.


Рамаҙан айы шулай уҡ ризыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Көнө буйы ашамай-эсмәй йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ аслыҡ, һуғыш йылдарында көн күргәндәрҙең яҙмышын күҙ алдынан үткәреп, уларҙың кисерештәрен тойоп, йәнә бер тапҡыр йәлләгәндер, шулай уҡ әле мохтажлыҡта йәшәгәндәрҙең, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең эске зарын ишеткәндәй булып, йөрәге мәрхәмәт, шәфҡәт нурына ҡойонғандыр.


Бынан 11 быуат элек беҙҙең ата-бабалар үҙ ихтыяры менән Ислам динен ҡабул иткән. Ошо ваҡыт эсендә ул йәшәйешебеҙҙең бар өлкәләренә лә үтеп инеп, уларҙың үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Бөгөн мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт, сәнғәт тармаҡтарында ғына түгел, эшҡыуарлыҡта, иҡтисадта ла ислам ҡанундарына йылдан-йыл нығыраҡ иғтибар бүленә бара. Әйтәйек, йүнселлеккә тотонғандарҙың араһында дин юлына баҫҡандарҙың күбәйеүе – быға аныҡ дәүлил. Ғөмүмән, Ислам – бөтөн яҡтан хаҡ юл күрһәтеүсе. Белеүебеҙсә, “Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаһы йәшәйештең барлыҡ һорауҙарына яуап таба ала.


Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренең республикабыҙҙа йылдан-йыл күркәмерәк, киң майҙан туплап үтеүе – үтә шатлыҡлы күренеш. Ураҙа тотҡандар күбәйгәндән-күбәйә бара, тимәк, ҡәрҙәштәребеҙ рухи ҡәлғәбеҙ булған динебеҙгә нығыраҡ яҡыная, уның ырыҫ-бәрәкәт, именлек нигеҙе булыуына инанысы арта. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа ғына түгел, ҙур ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа ифтарҙарға халыҡ күпләп йыйыла, уларҙа балалар ҙа ҡатнаша. Күркәм тәрбиә киләсәктә ҙур уңыш бирһен!


Ураҙа ғәйете республикабыҙҙың бар ауылдарында гөрләп үтте, мәжлестәр уҙғарылды, балалар өсөн уйындар ойошторолдо. Өфөнөң “Ватан” этнопаркында хәләл йәрминкә булды, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсылары сығыш яһаны. “Башҡортостан” сауҙа үҙәге майҙанында ла, йылдағыса, халыҡҡа күркәм байрам ойошторолдо.


Рәйеф Баҙыҡов фотоһы
Читайте нас: