Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
15 Июнь 2019, 18:23
Нимә эшләнегеҙ һеҙ, хәҙрәт?..
Йәш ҡатын урындағы имам-хатиптан кәңәш һорарға килгән.
Фото: st-gdefon.gallery.world
Йәш ҡатын урындағы имам-хатиптан кәңәш һорарға килгән.
– Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ шау-шыу, – тип шунда уҡ зарлана башлаған ул. – Ирем менән бер-беребеҙҙе һис аңлай алмай, ирешә лә китәбеҙ...
Ҡатындың тәфсирләп һөйләгән хәбәрен аҙағынаса сабыр ғына тыңлап бөткән хәҙрәт ҡатынға бер һауытҡа тултырып һыу биргән.
– Иреңдең ирешергә уйлағанын һиҙһәң, ошоно уртыңа тултыр ҙа көт – талаш башланмаҫ. Файҙалы һыу йортоғоҙға тыныслыҡ алып килер, – тигән.
Көндәр үткән. Бер мәл теге ҡатын тағы йүгереп килеп еткән.
– Нимә эшләнегеҙ ул һеҙ, хәҙрәт? Ниндәй һыу тултырып бирҙегеҙ? – тип һораған ҡыуаныс ҡатыш ғәжәпләнеп. – Ысынлап та, шул ҡәҙәр килешә бит – бер ҙә ирешмәйбеҙ хәҙер. Тик бына... Тағы ҡурҡа башланым: һауыттағы һыу төбөнә етеп бара. Ни эшләрмен?..
– Эх, миндә лә юҡ шул, бөттө, – тип уфтанып ҡуйған имам. – Ә һин борсолма, элеккесә һыу уртланым икән тип уйла ла өндәшмә...
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.