Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июль 2019, 22:00

Ирек халҡының ырыҫы артһын

Исламдың төп нигеҙе – сабырлыҡ һәм туҡтауһыҙ хеҙмәт. Тормош тап ошо сифат-ғәмәлдәр арҡаһында алға бара. Әҙәм балаһы, ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, сабыр булырға, ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, файҙалы хеҙмәткә бүлергә тейеш. Бөгөн күпселек ауыл­дарыбыҙ халҡы, ошо ҡа­нун-ҡағиҙәне тормош ни­геҙе итеп алып, изге төйәгенең, тыуған нигеҙе­нең ҡотон һаҡлап, ырыҫын арттырып йәшәй. Шулар­ҙың береһе – Шишмә районының Ирек ауылы кешеләре.

Исламдың төп нигеҙе – сабырлыҡ һәм туҡтауһыҙ хеҙмәт. Тормош тап ошо сифат-ғәмәлдәр арҡаһында алға бара. Әҙәм балаһы, ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, сабыр булырға, ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, файҙалы хеҙмәткә бүлергә тейеш.


Бөгөн күпселек ауыл­дарыбыҙ халҡы, ошо ҡа­нун-ҡағиҙәне тормош ни­геҙе итеп алып, изге төйәгенең, тыуған нигеҙе­нең ҡотон һаҡлап, ырыҫын арттырып йәшәй. Шулар­ҙың береһе – Шишмә районының Ирек ауылы кешеләре.


Уларҙа ошо көндәрҙә “Миңзифа” тип аталған иман йорто асылды. Шиш­мәлә иҫәп буйынса 33-сө мәсет ул. Район үҙәгенән йыраҡ түгел урынлашҡан ауыл халҡы ғибәҙәтхананы күптән көтә ине. Улар мәсетте асыу тантанаһына дәррәү йыйылды, байрам шатлығын уртаҡлашырға эргә-тирә яҡтан да күпләп килделәр.


Иман йортоноң эш башлауы уңайынан халыҡты Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинов ихлас тәбрикләне.


– Мәсетле ер – бәхетле. Төбәгебеҙҙә иман йорттары йылдан-йыл күбәйә, тимәк, ырыҫ-бәрәкәт тә арта бара, әл-хәмдү лил-ләһ. Ғибәҙәтхананың ишеге һәр саҡ асыҡ булһын. Унда дини ғәмәлдәр үткәреү менән бергә Ислам нигеҙ­ҙәре лә өйрәтелер, – тине Юғары мөфтөй.


Сығыш яһаған һәр кем ғибәҙәтхананың ауыл өсөн оло әһәмиәтен билдәләне, уның төрлө быуын вәкил­дәрен бергә туплаясағына, күңелдәрҙә иман артһа, төйәктең нигеҙе нығына­сағына ныҡлы ышаныс белдерҙе.


Тантанала Юғары мөф­төй мәсет төҙөлөшөн баш­лаған һәм төп ойоштороусы булған Альберт менән Ринат Динуровтарға “Әл-Иғтисам” миҙалын тап­шырҙы.


Эйе, иман йорто һал­дырған, был эшкә үҙ өлө­шөн индергән кеше ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ошондай иманлылар республи­ка­быҙҙа йылдан-йыл арта. “Фанилыҡта мәсет төҙөткән кешегә ахирәттә һарай һалдырырмын” тиелгән Ҡөрьәндә. Шул уҡ ваҡытта ошо оло эшкә бәләкәй генә, әммә ихлас күңелдән өлөш индергән әҙәм балаһы ла ҙур сауап алыр, тип өйрәтә динебеҙ. “Аллаһ юлында ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу, гүйә ки, орлоҡ ке­үек. Ул, үҫеп етеп, ете ба­шаҡҡа әйләнер. Һәр бере­һендә йөҙ орлоҡ булыр...” – тиелә “Әл-Бәҡара” сүрә­һендә.


Изге ниәттә төҙөлгән мәсеттәребеҙ халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, нигеҙ­ҙәре ҡотло булһын!
Читайте нас: