Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июль 2019, 23:00

Малаяҙ мәсете байрамға йыйҙы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Салауат районы халҡы Малаяҙ мәсетенең 20 йыллығын үткәрергә йыйына ине. Күркәм байрам кисә уҙҙы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Салауат районы халҡы Малаяҙ мәсетенең 20 йыллығын үткәрергә йыйына ине. Күркәм байрам кисә уҙҙы.


Урындағы имам-мөхтәсиб әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа иман йортонда яңыртыу эштәре әүҙем барған. Барыһы ла изгелекле ҡәрҙәштәребеҙҙең ярҙамы менән атҡарылған. Айырыуса эшҡыуар Раян Әминев ныҡлы булышлыҡ ҡылған.


– Ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе алмаштырыу, яңы манара ҡуйыу, бинаны йылытыу – быларҙың барыһы өсөн дә ҡәрҙәшебеҙгә рәхмәтебеҙ ҙур Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм инде хәҙер. Изге ғәмәлдәрен, әл-хәмдү лил-ләһ, ҡатыны, балалары дауам итте. Мәсеттең ҡапҡаһы ла яңыртылды: йүнсел Шамил Ғәлимов тимерҙән сүкеп эшләп бирҙе. Барыһына ла ҙур рәхмәт, Аллаһ Тәғәлә үҙҙәрен ырыҫ-бәрәкәттән айырмаһын, иншаллаһ, – ти имам-мөхтәсиб.
Читайте нас: