Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июль 2019, 22:30

Таныш булығыҙ: “Диәнәт”

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында Ҡорбан ғәйете алдынан “Диәнәт” дини-белем биреү журналының беренсе һаны донъя күрҙе.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында Ҡорбан ғәйете алдынан “Диәнәт” дини-белем биреү журналының беренсе һаны донъя күрҙе.


Баҫмала, мәғлүмәти-аналитик яҙмаларҙан тыш, төп өлөштө хөтбәләр тәшкил итә. Мәғлүм ки, хөтбә – имам-хатиптың йома намаҙҙарында, шулай уҡ ҙур ғәйеттәрҙә – Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында һөйләгән өгөт-нәсихәте.


Тупланған яҙмалар 13 йома намаҙына иҫәпләнгән. Эш артабан да дауам итәсәк, журнал өс айға бер тапҡыр сығасаҡ тип планлаштырыла.


Тарихҡа килгәндә, 1926 – 1928 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының “Диәнәт” тип аталған баҫма органы булған. Ошо уҡ осорҙа шул исемдәге дини-белем биреү журналы сыҡҡан. Быйыл Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең тәҡдиме буйынса журналды тергеҙергә ҡарар ителде.
Читайте нас: