Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Август 2019, 19:45

Әҙерлек нисек бара?

Күптән түгел Өфөлә ошо ҙур сараны ойоштороу буйынса кәңәшмә үтте. Атап әйткәндә, ҡорбан салыу майҙансыҡтарын әҙерләү, уларға баш ҡаланың төп мәсеттәренән халыҡты алып барыу өсөн автобустар йүнләү, йәмәғәт һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ветеринар күҙәтеүе ойоштороу һ.б. мәсьәләләр ҡаралды.

Республикабыҙ Ҡорбан ғәйетен билдәләргә йыйына


Күптән түгел Өфөлә ошо ҙур сараны ойоштороу буйынса кәңәшмә үтте. Атап әйткәндә, ҡорбан салыу майҙансыҡтарын әҙерләү, уларға баш ҡаланың төп мәсеттәренән халыҡты алып барыу өсөн автобустар йүнләү, йәмәғәт һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ветеринар күҙәтеүе ойоштороу һ.б. мәсьәләләр ҡаралды.


Быйыл, былтырғы кеүек үк, ҡорбан салыу ҡала ситендә уҙ­ғарыла. Бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Өфө ҡалаһы хаки­миәтендә уҙған кәңәшмәлә әйте­леүенсә, ике майҙансыҡта ла әҙер­лек эштәре бара. Береһе – Зинин ҡасабаһы эргәһендәге “Каруан” сауҙа үҙәге биләмәһе. Ҡаланың көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә йәшәгәндәргә ошо майҙансыҡҡа килеү уңайыраҡ буласаҡ. Был биләмә Нуғай ауылына илткән юл буйында урынлашҡан. Ә ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәгәндәр Төньяҡ автовокзал биләмәһенә килә ала.


Ойоштороусылар әйтеүенсә, салыу өсөн ҡорбанлыҡты шул майҙансыҡтарҙа һатып алыу мөмкин буласаҡ. Хаҡтары 5 – 13 мең һум араһында. Йәнә шуныһы бар: һарыҡ һатыу өсөн май­ҙансыҡҡа Өфө ҡалаһы округына ҡараған мосолман дини ойошмалары ғына индерелә. Урындарҙа ветеринар хеҙмәттәр эшләйәсәк.


Сарала ҡатнашыусыларға уңай­лы булһын өсөн намаҙ уҡыу урындары ла хәстәрләнә. Был маҡсатта майҙансыҡтарға тирмәләр ҡуйы­ласаҡ. Бушлай эсәр һыу таратыу ҙа ҡаралған. Бынан тыш, ҡорбан салыусыларға мохтаждар өсөн өлөш ҡалдырыу мөмкинлеге лә тыуҙырыла, ит аҙаҡ әҙерләнгән адрестар буйынса таратыласаҡ.


Мәғлүм ки, ғәйет иртәнге байрам ғибәҙәтенән башлана. Респуб­ликаның һәр мәсетендә йәмәғәт намаҙы уҙасаҡ, унан – ҡорбан салыу. Артабан, ғәҙәттәгесә, иман йорттарында берҙәм байрам табыны ҡорола, биләмәлә балалар өсөн уйындар уҙғарыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назаратынан.
Читайте нас: