Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Август 2019, 15:27

Байрам мөбәрәк булһын!

Республикала һәм баш ҡалала мосолмандарҙың иң ҙур һәм әһәмиәтле байрамдарының береһен - Ҡорбан байрамын билдәләйҙәр.

Автор фотоһы
Автор фотоһы
Республикала һәм баш ҡалала мосолмандарҙың иң ҙур һәм әһәмиәтле байрамдарының береһен - Ҡорбан байрамын билдәләйҙәр.
Өфөлә бөгөн дини йолаларҙы башҡарыу өсөн ике махсус майҙансыҡ ойошторолған. Береһе – «Каруан» сауҙа үҙәге алдында (Пригородная урамы, 55). Ул Зинин ауылы янында урынлашҡан, ә икенсеһе – Орджоникидзе районында, Төньяҡ автовокзал биләмәһендә.
"Бындай ҡарар дөйөм махсус майҙансыҡ ойоштороуҙың ыңғай һөҙөмтәһен, шулай уҡ ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙең майҙансыҡты Черниковка һәм Инорс биҫтәләренә яҡыныраҡ булдырыу теләген иҫәпкә алып ҡабул ителде. Былтыр “Каруан” сауҙа үҙәге алдында йолалар өсөн берҙәм майҙансыҡ тәүгә эшләне", — тип белдерҙеләр ҡала хакимиәтендә.
"Ләлә-Тюльпан" мәсетендә байрам вәғәзе иртәнге сәғәт туғыҙҙа башланды. Уны Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәй мосолмандарының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин уҙғарҙы.
Ҡорбан килтереү байрамы Исламдың күп быуатлыҡ мәҙәниәтендәге йолаларҙы, мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтле һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Башҡортостанда был байрам киң билдәләнә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған ерҙең именлеге хаҡына доғалар яңғырай. Ислам динен тотоусылар өсөн был байрам көндәре – рухи камиллыҡ һәм мохтажлыҡ кисереүселәргә иғтибар осоро ул.
Байрам вәғәзе тамамланғас, «Ватан» этно-паркында һәм «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдында «Ферзь» эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Ҡорбан Хәләл Fest» байрамын үткәрә. Фестиваль программаһында төрлө саралар – көрәш буйынса спорт ярыштары, байрам концерты һәм былау менән һыйлау ҡаралған.
Читайте нас: