Йәмғиәттә рухты тергеҙеүҙә халыҡтар араһындағы татыулыҡ, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре менән берлектәге эш республикабыҙҙың лайыҡлы ҡаҙаныштарының береһе булып тора.Ҡорбан байрамын да Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре байрам итә. “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә беҙ бер нисә кеше менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Зөлфиә Алимжонова Үзбәкстандан килгән. Ғаиләһе лә бында, өлкән улы яңыраҡ кәләш алған. Сауҙа менән шөғөлләнәләр.
– Ҡорбан ғәйете – беҙҙең өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Аллаһ Тәғәлә изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға хәйер бирергә ҡуша. Беҙ йыш ҡына ошо мәсеткә йөрөйбөҙ, ошонда күңел тыныслығы табабыҙ. Үзбәкстанда был байрам уғата киң билдәләнә, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығыла. Тик тыуған яҡҡа йыш ҡайтып булмай. Башҡортостанда беҙгә бик оҡшай. Бында тыныс, төрлө милләт вәкилдәре татыу көн итә, – тине Зөлфиә ханым.
Бөгөн улар яҡташтары һәм ғаилә ағзалары менән мул табын ҡорасаҡ, Ҡорбан ғәйетен күркәм итеп билдәләйәсәк.