Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Август 2019, 12:20

Хаҡ һорарға хаҡым бармы?

Көҙ һатырға тип утыҙҙан ашыу ҡаҙ аҫрағайныҡ. Күптән түгел күршенең эте инеп...

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
“Көҙ һатырға тип утыҙҙан ашыу ҡаҙ аҫрағайныҡ. Күптән түгел күршенең эте инеп ҡош-ҡорттоң яртыһын тиерлек тамаҡлап сыҡҡан. Хаҡын түләттереп алам, ти ирем. Ислам ҡануны буйынса был дөрөҫ булырмы?”
Гәзитебеҙҙең “Иман” битенә ошондай һорау ебәргән ҡәрҙәшебеҙгә дини остаздарыбыҙҙың әйткәндәренә, дини китаптарға таянып яуап бирәбеҙ.

“Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә башҡалар зарар күрмәҫкә тейеш”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әлеге һорауға килгәндә иһә, күршенең хаҡын үтәргә бойорған. Уны яҡын кешеләр рәтенә ҡуйған. “Күршеләрең дүрт яғыңдан ҡырҡар өйҙә йәшәй”, – тигән. Тимәк, 160 йорт тигән һүҙ – тотош бер бәләкәй ауыл. Ана шулай бөтөн кешенең бер-береһе менән дуҫ-татыу, күркәм мөнәсәбәттә йәшәргә тейешлеге – Исламдың оло тәрбиәһе.
Пәйғәмбәребеҙ йәнә бер хәҙисендә: “Әгәр ҙә ки йорт һала икәнһең, күршеңдең өйөнә төшкән яҡтылыҡты ҡапламау зарурлығын онотма”, – тигән. Тимәк, алдан уҡ барлыҡ мәсьәлә хаҡында кәңәшләшеп эшләү, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мөһим.
Тормош булғас, әлбиттә, аңғармаҫтан, белмәҫтән бер-береңә зарар ҡылыу осраҡтары ла килеп сыға. Әлеге һорауҙан күреүебеҙсә, ҡош-ҡортҡа, йорт хайуандарына бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Был осраҡта, әгәр ҙә күршеңдең эте һинең мөлкәтеңә зыян килтергән икән, хужаһы тейешле хаҡты түләргә тейеш. Борон ундай мәсьәләләр дини ҡанунға ярашлы хәл ителгән. Ҡазыйҙар барып тикшереп, зыян күләмен хисаплап, ғәҙел хөкөм сығарған. Иң мөһиме – ике яҡ та риза булырға тейеш. Юҡ икән, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡырҡыуланасаҡ, ә был уларҙың ғына түгел, тотош ҡәүемдең рухи сәләмәтлегенә кире йоғонто яһаясаҡ.
Хәҙер ауылдарҙа ҡазыйҙар ҙа, үткән быуаттағы кеүек, йәмәғәт судьялары ла юҡ. Тимәк, милкенә ҡаза килгән кеше иң тәүҙә күршеһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тейеш. Зыян күләмен бергәләп хисаплап сығарып, уртаҡ фекергә килеп, мәсьәләне теүәл хәл итеү кәрәк. Ниҙелер әйтмәйенсә ҡалдырып, аҙаҡ үпкәләшеп йөрөрлөк булмаһын. Шул саҡта ғына үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт һаҡланыр, күрелгән ҡаза тиҙ онотолор.
Ҡош-ҡорт, мал аҫрау еңел эш түгел бит. Бының өсөн байтаҡ көс, сығым түгелә. Бөгөнгө ауылдарҙа тап ошондай кәсеп арҡаһында ғына көн күргән ғаиләләр бар. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Этте лә бит күршелә тамаҡ туйҙырһын, башбаштаҡлыҡ ҡылып йөрөһөн өсөн алмайҙар. Был йән эйәһен тотаһың икән, тейешенсә аҫрарға, хәстәрлек күрергә, бурыслыһың.
Читайте нас: