Батшаның ышанған берҙән-бер кешеһе, дуҫы була – уның табибы. Хатта ауырыһа, дауалаусыһы үҙ ҡулдары менән биргән дарыуҙы ғына ҡабул итә.
Бер мәл батша үҙен насар тоя башлай. Шул саҡ уға аноним яҙма тотторалар: “Иң яҡын дуҫыңдан – үҙеңдең табибыңдан ҡурҡ. Ул һине ағыуларға тырыша”.
Ә күпмелер ваҡыттан табип килеп, дарыу бирә. Батша уға теге яҙыуҙы тоттора ла үҙе дуҫы уҡыған арала дарыуҙы тамсыһын да ҡалдырмай эсеп ҡуя.
Табип ҡото осоп ҡатып ҡала:
– Батшам, ошондай хәбәрҙе уҡығандан һуң мин биргәнде нисек эсергә була?!
Яуап иһә шулай яңғырай:
– Дуҫыңдан шикләнгәнсе, үлгәнең артыҡ!
Дилбәр ИШМОРАТОВА