Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Май 2022, 16:05

Уҡ атыу – сөннәт

“Иманлы, ҡеүәтле әҙәм балаһы көсһөҙгә ҡарағанда хәйерлерәк”

dumrb.ru
Фото:dumrb.ru

Күптән түгел Ауырғазы районының Мораҙым ауылында “Меркет мәргәне” тип аталған фестиваль уҙҙы. Тәүге тапҡыр үткәрелгән бындай сарала халыҡ уйындары, милли ярыштар ойошторолдо. Ислам динендә улар сөннәт, йәғни рөхсәт ителгән ғәмәлдәр булып тора.  

Фестивалдә сығышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөф­төй Айнур Бирғәлин тап ошо хаҡта белдерҙе. “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең сөннәттәренең береһе уҡ атыу булған. Халҡыбыҙҙа был спорт төрө борон-борондан йәшәгән. Башҡорттар иң көс­лө яугирҙәр, иң оҫта уҡсылар булып танылған. Исламдың ҡағиҙәләрен һаҡлау, яҡтылыҡҡа ышаныу уларға көс-ҡеүәт биргән. Халҡыбыҙҙа ошондай рухтың, ынтылыштың әле лә йәшәүен, асылыбыҙға ҡайтырға тыры­шыуҙы күреү үтә һөйөнөслө”, – тине Айнур хәҙрәт.

Фестивалдәге милли көрәш буйынса турнир еңеүселәренә, ғәҙәттәгесә, тәкә бирелде. 27 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бил бирмәгән иң йәш батырға Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының махсус бүләге лә тапшырылды. Сарала шундай үҙенсәлекле күренеш тә булды: өйлә намаҙы мәле еткәс, аҙан әйтелеп, көрәш келәмендә мосолмандар мөфтөй менән бергә ғибәҙәт ҡылды.

Спорт – ул ярыш, көрәш, рух ныҡлығы, тән һәм йән сәләмәтлеге. Ә был төшөн­сәләргә Исламда ҙур урын бирелгән. “Иманлы, ҡеүәтле әҙәм балаһы көсһөҙгә ҡарағанда хәйерлерәк”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.

Исламда фарыз һаналған изге ғәмәл­дәр­ҙең — намаҙ уҡыуҙың, хажға барыуҙың — нигеҙендә лә хәрәкәт ята. Уларҙың икен­сеһендә, әйтәйек, әҙәм балаһы ил гиҙә, донъя күрә, физик һәм рухи йәһәттән яңы­рып, көс-ғәйрәт алып ҡайта. “Хәрәкәттә – бәрә­кәт” тигән әйтем юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.

Хәҙистәрҙең береһендә яҙылыуынса, бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ йәмәғәте Ғәйшә менән йүгереп ярыша. Тәүге урауҙа ҡатын беренсе килһә, икенсеһендә – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Был еңеүем – алдағы еңелеүемдең өлөшө” тигәнерәк фекер әйтә Пәйғәм­бәребеҙ. Йәғни үрге баҫҡысты яулау өсөн көндәлек хеҙмәт, тырышлыҡ күрһәтеү генә түгел, башҡаларға ихтирам, хөрмәт менән ҡарау ҙа мөһим. Ошондай һыҙаттарың, шулай уҡ ваҡытында еңелеүеңде лайыҡлы үткәрә белеүең һине бер саҡ юғарыға күтәрәсәк.

Ислам дине балаларҙы йөҙөргә, уҡ атырға, һыбай йөрөргә өйрәтергә ҡуша. Был спорт төрҙәре тән сәләмәтлегенә генә түгел, аң-зиһен үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Мосолман, мәҫәлән, ҡайҙа ғына барып сыҡмаһын, үҙе торған урынды билдәләй белергә тейеш. Ташта үҫкән мүккә, ағастың ботаҡтарының үҫешенә һәм башҡаға ҡарап йүнәлеш алырға өйрәнһә, аҙашмаясаҡ. Дөйөм алғанда, ошондай һәр төрлө осраҡта спорттың, шул уҡ ваҡытта диндең әһәмиәте ифрат ҙур. Бөтә донъяға билдәле Кассиус Клейҙы иҫкә алып үтәйек. Ул, Исламды ҡабул итеп, Мөхәммәт Али исемен алғандан һуң атаҡлы бокссы булып танылған. Бер интервьюла спортсынан “Тормошоғоҙҙа нимәлер өсөн үкенәһегеҙме?” тип һорағас, ул: “Әлбиттә, – тигән. – Әгәр тормошомдо яңынан башлау мөмкинлеге бирелһә, Ислам динен 22 түгел, ә 10 йәшемдә үк ҡабул итер инем”. Ошо миҫалда ғына ла динебеҙҙең ниндәй ҙур ҡеүәткә эйәлеге сағыла.

Билдәле булыуынса, спорт буй-һынды матурайта, күңел торошона ыңғай йоғонто яһай. Тимәк, ул гүзәл зат вәкилдәре өсөн дә файҙалы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ҡатындарға һәр саҡ яҡшы кәйефтә, күркәм ҡиәфәттә булыу, төрлө хәлгә әҙер тороу, баҙап ҡалмау маҡсатында спорт менән шөғөлләнергә ҡушҡан, айырыуса уҡ атыу, һыбай йөрөү һәм йөҙөүҙе хуплаған. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, ярыштарға ҡатыны Ғәйшәне лә алған, уға үҙе менән бергә мәсет биләмәһендә ойошторолған һөңгө күнекмәләрен ҡарарға рөхсәт иткән.

Динебеҙҙең биш терәгенең береһе булған намаҙ үҙе лә спорт кеүек. Ул тәнде даими хәрәкәтләндереп, шулай уҡ пакландырып, рухты сафландырып тора. Ә был ғәмәлдәр – әҙәм балаһы өсөн иң бөйөк ниғмәт. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән һүҙҙәрҙе онотмай, динебеҙ ҡушҡанса йәшәү тормо­шобоҙҙо нурлыраҡ итер, өммәтебеҙгә ҡеүәт өҫтәр.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: