Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Май 2022, 12:33

Емештең иң яҡшыһы – балаға

Бай кешенең улы ни өсөн үҙен ярлы тоя?

4tololo.ru
Фото:4tololo.ru

Һәр йәйебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнән башлана. Уның бурыс-маҡсаттары динебеҙ ҡануниәтенә тулыһынса тап килә. Исламда йәш быуынды тәрбиәләүгә, хәстәрләүгә ҙур урын бирелгән.

Ҡөрьәнгә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош өлгөһөнә ярашлы, мосолман ғаиләһендә балаларға, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Был йәһәттән төп бурыс атай кешегә йөкмәтелә. Исламда ата-әсәһенә, ҡатынына, балаларына ҡарата ихтирамлы, терәк-таяныс була белгән ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм – шундай сифаттары менән оло үрнәк. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өм­мәтемдең ҙурлығы менән ғо­рурланырмын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан, уйнаған, шаярған. “Бәләкәстәргә бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер ваҡыт яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ: “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға һонған. Йәнә бер миҫал. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына апты­раған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һораған. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән оҙаҡ торманым”, – тип яуап биргән ул.

Ошондай мәңгелек күркәм өл­гөгә эйәреп, йәмғиәтебеҙҙә лә, ғаиләләрҙә лә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүле­неүе мөһим. Әҙәм балаһы үҙ артынан яҡшы исем, үрнәк, ла­йыҡ­лы алмаш ҡалдырырға бурыслы. Ул-ҡыҙҙары йәшәйеш ҡанундарын, йолаларын, динен, телен, мәҙәниәтен һәм башҡа ру­хи ҡиммәттәрен дауам итер­ҙәй, һаҡларҙай түгел икән, бындай кешенең ғүмер һөрөүенән ни фәтүә? Балаларға дөрөҫ юл күрһәтмәгән йәмғиәттең дә тамыры ныҡлы түгел тигән һүҙ. Тәрбиәләп тормаһаң, баҫыу мул ашлыҡ менән һөйөндөрмәй, баҡса емешкә туйындырмай. Шуның шикелле, баланы тәр­биәләү, уны һаҡлау, яҡлау ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуын һәр саҡ күҙ уңыбыҙҙа булырға тейеш. Уларһыҙ тормоштоң, эш-ғәмәлдәрҙең киләсәге юҡ. Бил­дәле хикәйәттәрҙең береһен йәнә иҫкә төшөрәйек. Бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!

Улар бер аҙ ваҡытын ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынған.

Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.

– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөн­дөңмө?

– Эйе!

– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.

– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй баш­лаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡсаның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙ­ҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡап­ҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылды­ҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...

Малай тын ҡалып уйланып торған да өҫтәп ҡуйған:

– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...

Ошо һәм башҡа тәрбиә һа­баҡ­тарын иҫтә тотоп, бала­ларыбыҙҙы күркәм өлгөлә, ысын матурлыҡты күрергә, һөнәргә, хеҙмәткә өйрәтеп, белемле, әҙәпле, иманлы итеп үҫтерергә насип булһын, иншаллаһ.

“Тар күңеллелек – етеш­һеҙлектәрҙең иң насары, үс алырға ашығыу – гонаһтарҙың иң ҙуры. Балаларығыҙҙы бәлә­кәйҙән был яман ғәҙәттәрҙән ары тотоғоҙ”, – тигән Ғәли хәҙрәт.

“Күрә алмаусанлыҡ, үҙ-ара дошманлыҡ насар тәрбиәнән килә, – тиелә хәҙистә. – Ундай кеше гел ыҙғыш өсөн сәбәп эҙләп йөрөй. Күп нәмәне дуҫ­тарса хәл итеү урынына, маһа­йыусанлығы, наҙанлығы сәбәп­ле, аҙым һайын янъялға юл асып тора”.

“Айырымланыу, тәкәбберлек, тупаҫлыҡ – золом, ундай һыҙатҡа эйә кешеләр – иң яуызы”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.

“Баланы аҡсағыҙ менән ҡәнә­ғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ изгелекле, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.


Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: