“Элек хәйерҙе кемгә бирергә белмәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе. – Һуңғы йылдарҙа иһә ауылда 60 йәште үткән бер инәй дин юлына баҫты. Әммә ул элек насар холоҡло була торғайны. Шуға уның янында ике төрлө тойғо кисерәм…”
Хатҡа дини китаптар, диндарҙарыбыҙҙың әйткәне нигеҙендә яуап бирергә тырышабыҙ.
Был донъяла иң ҡәҙерле, әһәмиәтле нәмә – ваҡыт. Уны әҙәм балалары төрлөсә үткәрә. Берәүҙәр һәр көндөң, сәғәттең ҡәҙерен белеп, үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылһа, икенселәргә бындай ихтыяж һуңлабыраҡ килә. Шул уҡ мәлдә һәр ҡаҙанышҡа ла тиҙ генә өлгәшеү мөмкин түгел.
Динебеҙҙең тарихынан миҫал килтерәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Йәмәнгә үҙенең вәкиле итеп ебәргән Әбү Муса әл Әшәригә эште “Лә Иләһә Илләһ-лаһ!” тип башларға ҡуша. Әммә ғәмәлдең күпме ваҡыт алырын билдәләмәй. Был саҡырыу “Ҡөрьән Кәрим” тәғлимәте буйынса башҡарылырға тейеш: унда әҙәм балаһының күңелен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласағы хаҡында әйтелә.
“Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәрҙе артабан намаҙға өйрәт”, – ти сәхәбәгә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡытын ҡуймай. Унан инде кешеләргә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтергә ҡуша. Береһенә лә ниндәйҙер сик, тәғәйен осор билдәләнмәй.
Тимәк, Ислам юлына тиҙ арала баҫыу мөмкин түгел. Уны күңелең менән ҡабул итеү мөһим. Ҡабаланғанда иһә башланған эшеңдең дә селпәрәмә килеүе ихтимал.
Ошонан сығып әйткәндә, иманға килгән әҙәмгә “ул элек шундай ине, тегеләй ҡыланды” кеүек баһа биреү бер ҙә килешмәй. Барыһы ла – Аллаһ хөкөмөндә. Дин юлына баҫҡан кемгәлер элеккеләрен иҫләтеп дәғүә белдерергә берәүҙең дә хаҡы юҡ, һәммәһе лә – Раббыбыҙҙың ихтыярында. Ә беҙ нисәмә йыл буйы диндән ситләшеп йәшәргә мәжбүр ителгән халҡыбыҙҙың әле әкренләп иманға ҡайтыуын ихлас күңелдән хупларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә кемдер быға ҡәҙәр ниндәйҙер хата ҡылған, яңылыш юлда йөрөгән, әммә тәүбә ҡылып, Исламға килгән икән, ҡыуанырға ғына кәрәк. Уны хуплап торһаҡ, ғилемен, иманын арттырыуға булышлыҡ итһәк, хәйерле булыр.
Мосолман ҡәрҙәшенең уңышына шатлана, кәмселеген күрһә, көйөнә, етешһеҙлектәренән аралау өсөн бар көсөн һалырға бурыслы. Шул саҡта ғына динебеҙгә юл нығыраҡ асылыр, дөйөм маҡсатыбыҙ тормошҡа ашмай ҡалмаҫ. Өҫтәүенә, халҡыбыҙҙың “Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел” тигән матур әйтемен дә хәтерҙән сығарырға ярамай. Уның нигеҙендә ҙур хикмәт, аҡыл ята.
Хәйер биреүгә килгәндә, уның бер төрө – мохтаждарға ярҙам итеү. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә булышлыҡ ҡылыу Исламда төп урында тора. “Әгәр ҙә байҙар ғәҙеллек зәҡәтен ғәҙеллек менән бирә торған булһа, Ер йөҙөндә фәҡирҙәр ҡалмаҫ ине”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Шул уҡ ваҡытта динебеҙҙә баҡыйлыҡҡа күскәндәр рухына хәйер биреү киң таралған. Мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, унан һуң да иҫкә алып тороу зарур. Уның рухына бирелгән хәйер, уҡылған доға үҙебеҙгә лә күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.
Ләкин хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайыу, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү – барыһы ла хәйер ул. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә.
Һәр саҡ бер-беребеҙҙең тик яҡшы яҡтарын күреп, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең рухына хәйер биреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын.