“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойоролған изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа изге ғәмәлде үтәгәндәр бермә-бер күбәйҙе. Был, әлбиттә, йәмғиәтебеҙҙең дингә яҡынайыуы, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә.
Быйыл Ҡорбан ғәйете 9 июлдә башланып, өс көн дауам итәсәк. Динебеҙ талаптарын үтәп, ҡорбан салырға ниәт иткән диндәштәребеҙгә ошо ғәмәлде атҡарыуға бәйле кәңәштәр бирәбеҙ.
Ҡорбандың бер нисә төрө бар. Мәҫәлән, важиб тип аталғаны ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, “Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәнде йыш ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Уны салдырған кешегә итте ашарға ярамай. Өҫтәүенә “шөкөр ҡорбаны” була. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле.
Ҡорбанлыҡҡа килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, Был мөһим! кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.
Малды ҡайҙан алырға? Борон, һәр кем үҙе күпләп мал тәрбиәләгән саҡта, бындай мәсьәлә бөтөнләй булмаған. Ә яңы быуат башында, мәғлүм ки, ҡорбанлыҡ өсөн һарыҡ табыу шул ҡәҙәр ҙур проблемаға әйләнде. Һуңғы йылдарҙа иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, хәл яйға һалына башланы. Ҡорбанлыҡ өсөн мал аҫраған фермерҙар ҙа бар хәҙер. Һарыҡ-кәзәне уларҙан да, ҡуй көткән бүтән кешеләрҙән дә һатып алырға мөмкин, тик ул уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш.
Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ҡорбанлыҡтың бирелгән өлөшөнә риза булмаған кешеләр ҙә осрап ҡуя. Иттең ҡайһы ғына ере эләкһә лә, бер генә ҡабым насип булған хәлдә лә, шөкөр итергә тейешбеҙ. Олуғ Аҡмулла ла бит “Нәсихәттәр”ендә: “Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән, ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән”, – тип белдергән. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғмәтте риза булып ҡабул итеү зарур. Ә уларҙы һанай китһәк, осона сығыу мөмкин түгел. Ҡорбан итенән ауыҙ итеү ҙә – ошо иҫәптә. Әгәр ҙә был йәһәттән шөкөр итмәй башлаһаҡ, өлөштәрҙе үҙ-ара бүлешһәк, Аллаһҡа ризаһыҙлыҡ белдереү тигән һүҙ була.
Борон ҡорбанлыҡтың бөтә өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булған ризыҡты әрәм итеү – гонаһ.
БЫЛ мөһим!
Кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.
Дилбәр ИШМОРАТОВА