Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Ноябрь 2022, 17:35

Хаж сәфәре – сабырлыҡҡа һынау

Изге ғәмәлде ҡылған ҡәрҙәштәребеҙ тәьҫораттары менән бүлеште.

dagpravda.ru
Фото:dagpravda.ru

Хаж – Ислам диненең биш терәгенең береһе. Мөғжизәле, изге Мәккә яғына күп мосолмандарҙың күңеле тартыла, ә күргәндәр ҡабат-ҡабат барғыһы килеп һағына. Хажда ҡылынған доғалар тиҙ ҡабул була.

Изге сәфәргә барғандарҙың тәьҫораттары ниндәй?

 

Зилә Мөхәммәтова:

“Әлхәмдүлилләһ, ҡартатайым Заһиҙулла ат менән хаж ҡылған кеше булған. 2004 йылда Аллаһтың рәхмәте менән миңә лә изге ғәмәлде үтәргә насип итте. Ҡәғбәне күреү менән илап ебәрҙем: теләгем ҡабул булды... Бар Башҡортостан халҡын ошонда килтерер инем. Күңелемә тыныслыҡ таптым. Аллаһҡа ете быуын нәҫелем, мосолмандар өсөн доғалар ҡылдым. Ирем өсөн Мәккәлә доға ҡылғас, ҡайтыуыма ул намаҙ уҡый ине инде. Был минең өсөн мөғжизә булды.

Хажға юлымда һәр ваҡыт яҡшы кешеләр осраны. 2006 йылда Һа­мар университеты профес­сорҙары менән бергә булдыҡ. Бер туғандар кеүек аралаштыҡ. Башҡортостан­дан 350 кеше самолетта Өфөнән остоҡ. Аллаһты дөрөҫ итеп танып, Уға ныҡлап ышанып хаж ҡылырға кәрәклеген аңлаттылар.

Әлхәмдүлилләһ, изге ерҙәрҙе күреп, доғалар ҡылып ҡайтыуым менән бәхетлемен”.

 

Әсмә Хәлитова:

“2004 йылда ирем менән хаж ҡылдыҡ. Изге сәфәргә сығырға ул өгөтләне, сәбәпсе булды. Бының өсөн йәмәғәтемә бик рәхмәтлемен. Ғүмеремдең иң бәхетле ваҡыттары ошо изге ерҙәрҙә булды. Рәхәтләнеп зәм-зәм һыуҙары эсеп доғалар ҡылдым. Ҡәғбәтулланы күргәнемә гел шөкөр итеп, ҡыуанып йөрөнөм. Уға тотонғас, шундай тәмле еҫ тойҙом, оҙаҡ ҡына ул ҡулымда һаҡланды.

Был изге ерҙәрҙә күп нәмәне аңлай башлайһың. Тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнәһең. Күс­тәнәскә күп итеп зәм-зәм һыуы, бүләккә аҡ яулыҡтар алып ҡайттыҡ. Мәсеткә йөрөгәндәр эсһен тип, һыуҙы иман йорттарына бирҙек. Яулыҡтарҙы инәйҙәргә тараттыҡ. Бер Ҡөрьән мәжлесенә ололарҙың күбеһе бер иш кенә хаж яулыҡтары ябынып килгәйне – бик матур күренеш булды ул.

Хаж сәфәрендә кеше күп булған­ға, бер мәл бабайымдан артта ҡалып, аҙашып киттем. Ул мине эҙләп йөрөгән. Ғәрәфә тауында табыштыҡ. Шатлыҡтан илап ебәрҙек. Аллаһ биргән тойғоларҙы һүҙ менән әйтеп булмай. Әлхәмдүлилләһ!”

 

Гөлкәй Мостаева:

“Хаж ҡылыу – Ислам диненең бишенсе нигеҙе. Ғилем артҡан һайын, пәйғәмбәрҙәр тарихын ныҡлап өйрәнгәс, күңелдә изге сәфәргә барыу теләге тыуҙы. 2002 йылда ғаилә дуҫтарыбыҙ йөрөп ҡайтҡас, ниәт тағы ла көсәйҙе һәм, әлхәмдүлилләһ, 2013 йылда ирем менән хаж ҡылырға насип булды.

Серле, мөғжизәле, хикмәтле, яуаплы, ҙур әҙерлек талап иткән оло сәфәр ул. Сабырлыҡты һынаған изге ғибәҙәт. Унда һәр ваҡыт шөкөр итеп йөрөргә кәрәк.

Хажда булғас, күп нәмәне белмәгәнебеҙҙе, ғилемебеҙҙең әҙ икәнен, уны арттырыу кәрәклеген аңланым. Харам мәсетендә на­маҙҙа имам Ҡөрьән аяттарын күҙ йәштәре менән, күңелгә үтерлек итеп уҡыны. Ғибәҙәттәрҙе ихлас­лыҡ, тәҡүәлек менән ҡылырға, камиллаштырырға кәрәк тигән һөҙөмтә яһаным. Ғәрип кешеләрҙең дә шыуышып булһа ла тәүәф ҡылғандарын күрҙек. Урындағы халыҡтың хажиҙарға иғтибары ҙур, уларға саҙаҡа тараталар. Дуҫтарға, туғандарға зәм-зәм һыуы, хөрмә емештәре, намаҙ күлдәктәре, яулыҡтар һатып алдыҡ. Ҡайтҡанда ҙур, матур Ҡөрьән китаптары бүләк иттеләр”.

 

Зифа Баймәнова:

“2008 йылда бабайым хажға барҙы. Шунда, әбейемде лә алып килһәм ине, тип теләк әйткән. Һөҙөмтәлә, әлхәмдүлилләһ, 2010 йылда икәүләп барырға насип булды. Иң ололар тип, 15 кешене һайлап алдылар ҙа беҙҙе йәш биш ҡәрҙәшебеҙ ҡарап, оҙатып йөрөнө.

Хаж сәфәрендә хәйер итеп пакет менән финик емештәре, зәм-зәм һыуы тараттылар. Намаҙлыҡтар, яулыҡтар, күлдәктәр алдым. Хаж ҡылыу ауыр булманы. Аллаһ үҙе еңеллек бирә.

Бер мәл бабай менән кафе эҙләп йөрөй инек, бушлай, хәйер итеп бешкән тауыҡ менән дөгө бирҙеләр. Сәйен дә хәстәрләнеләр. Ҡул йыуырға, тәһәрәт алырға һыу ағып тора. Хажда ҡорбанға са­лынған дөйә ите ашаттылар.

Изге ғибәҙәтте үтәй алғаныма бик ҡыуанам”.

 

Ғәлиә Сидорова:

“2003 йылда, бик оҙаҡ ниәтләп йөрөгәндән һуң, әсәйемә хаж ҡылырға насип булды. Үҙемдең дә бик барғым килә ине, Аллаһ Тәғәләнән һорап доғалар ҡылдым. Һөҙөмтәлә 2004 йылда миңә лә Мәккәгә барырға юл асылды. Әсәйем теккән күлдәктәрҙе кейеп хаж ҡылдым.

Ризыҡты мул тараталар. Манго, һуттарҙы, печеньеларҙы көсләп тиерлек бирәләр. Саҙаҡаны күп өлә­шәләр. Башта – гелән матур, изге уйҙар. Күпләп зәм-зәм һыуы эстек (уның йылыһы ла, һалҡыны­рағы ла ағып тора), артыҡ ашағы килмәне.

Шундай тәмле еҫ һиҙҙек. Ундай хушбуй юҡтыр ул. Үҙенә тартып тор­ған был еҫ кейемдәргә, сума­ҙандарға һеңеп ҡайтҡан ине. Бөтөн ерҙә таҙалыҡ, гел йыуып ҡына торалар. Бүләккә бирелгән “Ҡөрьән”­де һаман да уҡыйым. Иҫкерһә лә, бер ҙә айырылғы килмәй. Изге ерҙә булыу – ҙур бәхет!”

 

Әминә Әҙелғужина:

“Әлхәмдүлилләһ, 2018 йылда хажға барырға насип булды. Самолетта Дубайға килеп төшкәс, авто­бусҡа ултырып Мәккәгә бар­ҙыҡ. Юлда саҡта пәйғәмбәрҙәрҙең тарихы иҫкә төштө. Уларҙың эҫелә дөйәләр менән үткән юлдарынан барыуым иманымды арттырҙы. Исламды һаҡлау, таратыу өсөн күпме көс һалғандар бит! Ошо юлды, һис шикһеҙ, дауам итергә бурыслыбыҙ.

Мөздәлифә – үҙе ҙур һынау урыны. Сираттарға түҙмәгән кешеләр ҙә осраны. Ниндәй генә хәлдә лә Аллаһҡа шөкөр итеп, сабыр, тәртипле йөрөр кәрәк. Сәфәргә әҙерлекле барыу мөһим.

Ҡәғбәтуллала булғанда физик яҡтан арып киттем. Тәмле, шәкәрле генә, һалҡын ғына, хәл керетә тор­ған һыу эсергә ине тигән уй килде. Шул уҡ мәлдә ҡулыма виноград һалып киттеләр. Доғалар тиҙ ҡабул булған урын ул Ҡәғбәтулла. Ауырығандар йән тыныслығы, шифа һорап доға ҡыла.

Өфөгә килеп төшкәс, машинаға ултырып ҡайтырға сыҡтыҡ. Радионы ҡабыҙһаҡ, мөғжизә кеүек, ғәрәп радиоһы эшләп китте. Мәккәнән осҡон, нур ҡайтҡан кеүек тойолдо. Һәр мосолман ошо изге урындарҙы күрһен ине тигән теләктәмен”.

 

Һынауҙарҙы үтеп, доғалар ҡылып, ҙур тырышлыҡ менән ҡылған хаж ғәмәлдәре ҡабул булһын ҡәрҙәштәребеҙҙең. Һәммә мосолманға ла изге ғәмәлде үтәргә яҙһын!

- Гөлшат МӘННӘНОВА

Читайте нас: