Мосолман хәүефле уйҙарға бирелмәҫкә, барыһын да яҡшыға юрарға, доғала булырға тейеш, тиелә динебеҙҙә. Тимәк, ауыр ваҡыттарҙа ла тик яҡты теләктә йәшәргә бурыслыбыҙ.
Ауыр уйҙарҙан арына алмайһығыҙ икән, "Әл-Ихлас" сүрәһен өс мәртәбә уҡырға кәңәш ителә: "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Ҡул һуу Аллаһу әхәд, Аллаһу ссамәд. Ләм йәлид үә ләм йүүләд, Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд".
Мәғәнәһе: "Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым). Ул — берәү. Аллаһ мәңгелек. Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да, Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ!"
"Әл-Ихлас" сүрәһенә бәйле риүәйәтте тәҡдим итәбеҙ.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер мәл ҡатыны Ғәйшәгә: "И Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйенсә йоҡларға ятма, - тигән. - Беренсеһе - Ҡөрьәнде тотошлай уҡып сыҡмай тороп; икенсеһе - минең һәм миңә тиклемге һәммә пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; өсөнсөһө - иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә өлгәшмәй тороп; дүртенсеһе - хаж ҡылмай тороп".
Ҡатын нимә тип әйтергә белмәй аптырап ҡалған.
Пәйғәмбәр иһә көлөмһөрәп яуаплаған: "Был бурыстарҙан да еңеле юҡ. Өс тапҡыр "Әл-Ихлас" һәм бер тапҡыр "Фатиха" сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың. Салауат әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың. Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Аллаһтан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә өлгәшерһең. "Сүбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир" доғаһын әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың".
Фото: ba.wikipedia.org