Атай-әсәй өлкән йәшкә еткәнсе балаларына ярҙам итергә тейешме? Был йәһәттән динебеҙҙә ниҙәр әйтелә?
“Хаҡлы ялда булғас, көс-ҡеүәт тә кәмегәс, ирем менән икәүләп балаларыбыҙға нисек ярҙам итергә белмәй аптырайбыҙ. Үҙебеҙҙе кәрәкһеҙ кеше кеүек тә тойоп ҡуябыҙ. Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡайтырға ашҡынып та тормай икән ул...” – тип тойғо-кисерештәре менән бүлеште етмешкә етеп барған апай. Был һүҙҙәр төбәгебеҙҙәге имамдарҙың береһенең һөйләгәндәрен иҫкә төшөрҙө. “Бер саҡ миңә 70 йәштән үткән ағай килде, – тип бәйән итте ул. – Үҙен күптән беләм: ғүмер буйы яҡшы урында эшләне, етеш йәшәне, хәҙер пенсияны ла мул ала. “Һис ҡасан мәсеткә йөрөгәне юҡ ине ләһә. Нимә булды икән? – тип уйлап алдым. – Бәлки, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлына баҫырға ниәтләгәндер?” Әммә ағай бөтөнләй икенсе уй менән йөрөй булып сыҡты.
— Ҡустым, мәсетеңдә миңә берәй эш юҡмы? – тип һүҙ сурытып тормай шунда уҡ һораны ул. – Килгән кешене ҡаршылап ултырырға булһа ла ризамын. Башҡа бер урынға ла алмайҙар. Ә аҡса кәрәк, пенсияға ғына мөрхәтһенеп ултырып булмай...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалдым. Һаман аҡса артынан ҡыуа. Ул хәтлем матди байлыҡ нимәгә икән һуң ағайға? Ҡалабыҙ ҙур булмағас, күреп торабыҙ: балалары өсөн барыһын да эшләне, һис ниндәй ауырлыҡ күрһәтмәйенсә, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы, барлыҡ уңайлыҡтар менән тәьмин итте... Ә, бәлки, ағайҙың мәсеттән эш белешеүе иманға килеү өсөн сәбәп кенәлер?
Ошо уйҙан сығып, әйтеп ҡуйҙым:
— Ғибәҙәтханаға юҡҡа тартылмайһыңдыр, ағай. Намаҙға баҫырға ниәтләйһеңдер.
Ағайҙың йөҙө иһә ҡапыл үҙгәреп китте, күҙҙәрендә тәкәбберлек осҡондары һиҙелеп ҡалды:
— Кит юҡты. Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр? Мин бына ғүмер буйы хеҙмәт иттем, буш ваҡытым булманы тиерлек. Дин тотмаһам да, шәп йәшәнем. Балаларыма һаман да ярҙам итерлек ҡеүәтем бар әле. Пенсиямдың күп өлөшөн ейәнем белем алған юғары уҡыу йортона түләп торғанға, өҫтәмә аҡса булмаҫмы тип кенә йөрөүем. Ә һин... Намаҙ, имеш, ундай нәмәләргә ваҡытым юҡ минең...
Шулай ҡапыл ҡыҙып киткән ағайға бер ни ҙә төшөндөрә алмай ултырып ҡалдым. Мәсеттә хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эш хаҡы алмауын, дин, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын, Аллаһ рәхмәте өсөн тырышыуын да әйтеп өлгөрмәнем. Быны ишетһә, ағай ни эшләр ине икән?..”
Ошо хәлдәргә бәйле фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Донъяла әҙәм балаһының төп бурысы ниндәй? Никахлы ғаилә ҡороп, иманлы, әҙәп-әхлаҡлы балалар үҫтереү, уларҙы һөнәрле, тормошта юғалып ҡалмаҫтай итеп тәрбиәләү. Әлбиттә, бының өсөн тәү сиратта атай-әсәйҙең үҙенең хеҙмәт һөйөүсән булыуы мөһим. Үрҙә тормошо бәйән ителгән ағайға был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала: ул ғүмер буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләгән, ғаиләһен муллыҡта йәшәткән, балаларын да йәшәү уңайлыҡтары менән тәьмин иткән. Өҫтәүенә хәҙер ейәндәрен юғары белемле итеүгә тотонған.
Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, ағайҙың тормошона һүҙ әйтерлек түгел. Көс бар икән, ниңә хаҡлы ялда аҡса эшләүҙе дауам итмәҫкә? Балаларға кәрәкле булып йәшәү үҙе бәхет бит. Әммә икенсе яҡтан... Тәрбиәле бала өлкән йәштәге атаһын өҫтәмә эш эҙләп йөрөргә мәжбүр итер инеме? Үрҙә телгә алған апай ҙа бит: “Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡайтырға ашҡынып тормай икән ул...” – тине.
Күренеүенсә, барыһы ла тәрбиәгә барып тоташа, тимәк, төп ғәйеп – ата-әсәнең үҙендә. Улар ғүмер баҡый балаларына ел-ямғыр тейҙермәй йәшәп, иң ҙур бурысын – күңелдәренә иман, әхлаҡ һалыуҙы онотҡан. Һөҙөмтәлә ҡартайған көндәрендә иғтибар тойорға, үҙҙәренең барлығын, кәрәклеген раҫларға теләп көн күргән мәлдәре. Балалары ошоно аңлап, ата-әсәһен ҡәҙерләй башлар, хатаны үҙ ғаиләһендә ҡабатламаҫ тигән өмөттә ҡалайыҡ.
“Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шундай булырға ынтылайыҡ, балаларыбыҙҙы күркәм өлгөлә үҫтерәйек. Йәнә шуныһы: хаҡ юлдан барыу, намаҙ уҡыу ваҡытты алмай ул. Аллаһты иҫкә төшөрмәйенсә, барыһы ла тик Уның ниғмәте икәнен аңламайынса, дөрөҫ йәшәмәйенсә ғүмер уҙғарып, аҙаҡ үткәнеңә үкенергә яҙмаһын.
Автор фотоһы.