Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Июль , 15:00

Әүлиә һөйләгәндәре, әйткәндәре бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?

Фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер...

Әүлиә һөйләгәндәре, әйткәндәре бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?
Әүлиә һөйләгәндәре, әйткәндәре бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?

Шәмиғол хәлфә XX быуатта йәшәгән әүлиә булған. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙә уның әйткәндәре таралыу алды. Быйылғы ташҡындар, ямғырҙар ошо яҙманың таралыуына булышлыҡ иткәндер.

Шәмиғол хәлфә былай тип әйтеп ҡалдырған:

“Ахырызаман етер алдынан дин көсәйер, әҙәм балаһы тәбиғәт ғәрәсәттәрен күреп, ҡурҡып, Аллаға табыныр, ләкин сығырынан-сығып шашынған халыҡтың ҡыланышын һис тә кисерә алмау сәбәпле, фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер, ҡош-ҡорт, йәнлектәр бөтөр, кеше кешене һуйыр, ата - улды, әсә ҡыҙҙы белмәй, зина ҡылыр мәл етәсәк.

Кешеләр меңәр саҡрымдарға һыу эҙләп юлға сығыр. Хайуандар, кешеләр һыуға сарсар. Тормоштоң йәме бөтөр. Ашар ризыҡтың тәме, бәрәкәте булмаҫ.

Ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттан айырып булмаҫ, тормош ҡороу өсөн ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә үҙе яусы ебәрер. Илдә ҡот бөтөр, гүзәл заттар яланғас йөрөр, төтөн һурыр, зәғифлек артыр, балаларҙы урамға ташлап ҡалдырырҙар. Был боҙоҡлоҡтарҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә халыҡты тәүбәгә ҡайтһын өсөн бирә. Ә халыҡ аңламай, байлыҡ артынан шашып-ҡыуып, ахырызаманды үҙҙәре яҡынайта.

Ер түңкәрелеүе лә — ысынбарлыҡ, ер өҫтөн ҡара төн ҡаплап, бөтә тереклек, тәбиғәт туңасаҡ. Көтмәгән урында ер ризаһыҙлыҡ белдереп, тетрәйәсәк. Йылғалар ярҙарынан сығып, халыҡтан әҙәпһеҙлектәре өсөн үс аласаҡ. Былар бөтәһе лә Алланың берлегенә, ҡөҙрәтенә ышанмаған иблестәргә иҫкәртеү буласаҡ”.

Шәмиғол хәлфә – дин әһеле. Ысын исеме - Бикбаев Шәмиғол Бәҙретдин улы. Ул 1876 йылда Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Сәйетҡол ауылында тыуған (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны). 1957 йылда вафат булған. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Бохара ҡалаһы мәҙрәсәһендә уҡыған. Дауалау менән шөғөлләнгән, әүлиә булараҡ танылыу алған. Хажға барған. З.Х. Рәсүлев, М. Сиражетдинов менән таныш булған.

Яҙма сығанағы: ватсаптан “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” төркөмөнән алынды.

Фото: скриншот.

Әүлиә һөйләгәндәре, әйткәндәре бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?
Әүлиә һөйләгәндәре, әйткәндәре бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: