Бөтә яңылыҡтар
Иман
31 Август , 06:00

"Баланың күңелен яраламағыҙ"

Борон һуҡыр ир балаларҙы ҡайҙа ебәргәндәр?

"Баланың күңелен яраламағыҙ"
"Баланың күңелен яраламағыҙ"

Мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылы башлана. Ғилем туплаған һәр кемгә уңыштар, белеменән файҙа күреп, ырыҫ-бәрәкәт алып йәшәүен теләйбеҙ.  

Ислам динендә мәғрифәткә ғәйәт ҙур урын бирелә. Ҡөрьәндәге иң тәүге аяттың “Һине юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы!” тип башланыуы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙисе аша ғилемгә әйҙәүе лә – быға ныҡлы дәлил.

Элек уҡыу йорттары мәктәпкә һәм мәҙрәсәгә бүленгән. Тәүгеһендә фәҡәт яҙыу серҙәре өйрәнелгән. Китаптарҙы күсереү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр ошо мәктәптә белем алған. Унда йәнә каллиграфия ғилеме өйрәтелгән. Белеүегеҙсә, ғәрәп яҙмаһы ғәжәп үҙенсәлекле, ул урыҫса юҡҡа ғына “арабская вязь” тип аталмай: хәрефтәр бер-береһе менән ситән үргәндәге шикелле аралашып килә, рәсем хасил була кеүек. Ошо сәнғәтте өйрәнгән уҡыусы “хаттат” тип аталған. Бөгөн иһә был һөнәр әкренләп тергеҙелә бара. Баш ҡалабыҙ мәсеттәрендә дәрестәр ҙә уҙғарылғаны бар.
Каллиграфик яҙмалар иман йорттарын, китаптарҙы биҙәй, матурлығы, серлелеге менән күңелде арбай. Ғөмүмән, бөйөк сәнғәт өлгөһө ул.
Мәҙрәсәлә иһә дәрес бирелгән. Октябрь революцияһына тиклем Башҡортостанда шундай бихисап уҡыу йорто иҫәпләнгән. Араларынан “Ғәлиә”, “Ғосманиә”, “Хөсәйениә”, “Рәсүлиә” кеүек мәҙрәсәләрҙең исеме әле лә киң билдәле. Улар бөгөнгө юғары уҡыу йорттары дәрәжәһендә булған. Дәрес биреүселәрҙе остаз, мөғәллим, мөҙәрис, хәлфә тип атағандар. Ҡыҙҙарға иһә хәҙрәттең абыстайы ғилем биргән, уны остазбикә, түтәй, абыстай тип йөрөткәндәр. Мәҙрәсәләр бер нисә төргә бүленгән. Берәүҙәрендә, мәҫәлән, Ҡөрьән хафиздары әҙерләнгән. Улар изге китапты тулыһынса ятлап алған. Бөгөн дә ошондай уҡыу йорттары бар. Мәҫәлән, Төркиәлә көслө мәҙрәсә эшләй, Татарстанда ла асылды. Элек унда балаларҙы биш-алты йәштән башлап алғандар. Изге китапты ятлағандарҙы “Ҡөрьән хафизы” тип исемләгәндәр.

Борон шундай осраҡтар булған: һуҡыр ир баланы Ҡөрьән хафиздарын өйрәтеү мәҙрәсәһенә биргәндәр. Унда белем алған кеше халыҡ араһында ҡарый булып танылған, абруй ҡаҙанған.

Бынан тыш, Фиҡ мәҙрәсәләре булған. Унда Ислам ҡанундары, фарыздары, сөннәттәре уҡытылған. Шулай уҡ хәҙис ғилемен өйрәнеү мәҙрәсәләре эшләгән. Белеүебеҙсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ошондай аҡылдары “Ҡөрьән Кәрим”дән ҡала икенсе урында тора. Әлеге дини уҡыу йорттарында ла хәҙистәрҙең асылы ныҡлап өйрәтелә.

Тәфсир мәҙрәсәләре булған, уларҙа “Ҡөрьән Кәрим”дең мәғәнәһенә төшөндөргәндәр. Ғөмүмән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәшәгән заманда Ислам ғилеме ифрат ныҡ алға киткән, төрлө баҫҡыстағы уҡыу йорттары артҡан.

XX быуат баштарындағы үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда иһә “мәҙрәсә” һүҙе, иҫкелекте сағылдыра тип, телмәрҙән төшөрөп ҡалдырылған. Асылына тап килмәһә лә, “мәктәп” төп ҡулланылышҡа ингән. Дини белем биреү юлын үҙгәрткәндәр, уҡыу программаһына бигүк кәрәге булмаған фәндәр ҡуйылған. Шулай уҡ уҡыусыларҙы сыбыҡ менән һуғыу, борсаҡҡа теҙләндереп ҡуйыу һәм башҡа ысулдар Ислам ғилемен үҫештән туҡтатҡан, балаларҙы унан биҙҙергән.

Ғөмүмән, илдең, милләттең алға барыуы ғилемгә, уны файҙаланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, рухландырырға тейеш. Кире осраҡта, ул файҙаһыҙ. Муса ғәләйһис-сәләм йәшәгән заманда Ҡарун исемле бик белемле һәм ифрат бай кеше булғанын хәтергә төшөрәйек. Ул ғилем кимәле буйынса Муса пәйғәмбәрҙән ҡала икенсе урында торған. Хикәйәттәрҙә әйтелеүенсә, Ҡарундың байлығы һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Әммә бер мәл, зәҡәт биреү кәрәклеге тураһында аят төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдергән. Иртәнсәк уянһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның барлыҡ байлығын ер йотҡан була... Барыһы ла – Раббыбыҙҙан. Белем, байлыҡ менән маһайыу, башҡа өҫтөнлөктәрҙе күрһәтергә тырышыу – динһеҙлектән, уның аҙағы насар бөтөүе ихтимал. Иманлы кеше өҙлөкһөҙ ғилемгә ынтылып, шул уҡ ваҡытта Аллаһҡа шөкөр итеп йәшәй.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тотош педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе бар: “Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ! Баланы ҡыуандырығыҙ, дәртләндерегеҙ, рухландырығыҙ, күңелен һындырмағыҙ”. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә файҙалы ғилем насип итһен, иншаллаһ.

Сентябрь айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Ул Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: