Февраль башында ғына Стәрлетамаҡта шәхси компания бысраҡ ҡарҙы тейәп, Октябрь проспектындағы 73-сө йорт ихатаһындағы балалар майҙансығына алып барып түккәйне. Бысраҡ ҡар өйөмө ике аҙна буйы шунда тау булып өйөлөп ятты, тип ошо проблеманы күтәргәйне урындағы халыҡ социаль сельәрҙә. Республикаға идара итеү үҙәге Стәрлетамаҡ хакимиәте менән бәйләнешкә инде, майҙансыҡты ҡарҙан таҙарттылар, тип яуап бирҙеләр халыҡҡа.
Ял көндәрендә һәм дүшәмбе лә юлды ҡарҙан таҙартыу (200 мөрәжәғәт), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (160) темаһын күтәрҙеләр. Тәүге өс мәсьәләнең һуңғыһы – һаулыҡ һаҡлау. Был өлкәлә халыҡты дауалау, табипты өйгә саҡыртыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемалары борсой – йәмғеһе 125 мөрәжәғәт булған.
Был статистика, нигеҙҙә, Башҡортостан Башлығының, Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәләренән алынды. Шулай уҡ һәр министрлыҡтың һәм ведомствоның сәхифәләре бар. Уларҙа ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күп, һәм комментарийҙарҙа проблемалар тураһында яҙып, уларға йылдам яуап алырға мөмкин.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайттары халыҡта айырыуса ҙур танылыу яулаған. Иң ҙур аудитория, күҙалланғанса, йәнә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Уның сәхифәһенә 60 меңдән ашыу кеше яҙылған. Икенсе һәм өсөнсө урындар – Мәғариф министрлығы менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында, һәр ҡайһыһына 31 меңдән ашыу кеше яҙылған.
Был статистик аналитика булды. Тағы ла йөкмәткегә аналитика бар – ул ҡайһы министрлыҡтың социаль селтәрҙә халыҡ менән әүҙемерәк аралашыуын сағылдыра. Бер аҙна эсендә “Инцидент-менеджмент”тың кире элемтә системаһы аша иң күп эшкәртелгән инциденттар һаны Һаулыҡ һаҡлау министрлығында – 382. Транспорт министрлығы – 371, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 107 мәсьәләне хәл итергә ярҙамлашҡан.
Һуңғы темаларҙың береһе – социаль ярҙам күрһәтеү хаҡында. Февралдә 1,5 йәшкә тиклемге сабыйына түләүҙәрҙе бөтә ата-әсәләр ҙә алып еткермәне. Пенсия фондынан коллегаларыбыҙ аңлатыуынса, ғинуарға пособиелар ваҡытынан алда түләнгән, ә февралгә мартта ғына була. Йәғни пособиены ағымдағы айҙа үткән ай өсөн түләйҙәр – мартта – февраль өсөн, апрелдә – март өсөн һ.б.
Мөрәжәғәттәр статистикаһы тағы ла нисек ярҙам итә – был турала “Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәге тапшырыуында.