Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:
"Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһы вәкилдәрен ҡаршыларға әҙерләнгәндә, беҙ ҡунаҡтарыбыҙҙың да, уларҙың һорауҙарының да ябай булмаясағын аңлай инек. Шулай килеп сыҡты ла.
Тәүге тапҡыр беҙ Республикаға идара итеү үҙәге тураһында халыҡ менән кире бәйләнеш күҙлегенән ҡарап түгел, ә бинаның нимәнән, ни тиклем етди төҙөлөүе, күпме тороуы һәм Ағиҙел йылғаһына шыуып төшөү ихтималлығы тураһында һөйләштек.
Республикаға идара итеү үҙәге бинаһын төҙөү проекты етәксеһе Дмитрий Викторович Дудко ҡунаҡтарға майҙансыҡты нисек әҙерләүҙәре, әлеге ваҡытта үҙәк урынлашҡан бинаны төҙөүҙәре хаҡында һөйләне. Эште 17,5 метр бейеклектәге терәк стеналарҙан башлап, урынды тикшергәндәр, геология үткәргәндәр. Дүрт лаборатория ҡатмарлы участканы тикшереү өҫтөндә үҙаллы эшләгән. Грунтты ике типтағы свайҙар менән нығытҡандар. Шуға яуап ҡайтарабыҙ: бина бер ҡайҙа ла шыуыша алмай. Барыһы ла тәртиптә.
Үҙәктә нисек эшләүебеҙ хаҡында ла һорау бирҙеләр. Беҙҙә, атап әйткәндә, опен-спейс тип аталған биналар берләшкән. Бында төбәк Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы, коллега-федералдар, командировкаға килгән хеҙмәткәрҙәр йыйылған. Башҡа ҡаттарҙа – Үҫеш корпорацияһы, Стратегик асыштар үҙәге, Иҡтисади үҫеш министрлығының бер өлөшө, Ковидҡа ҡаршы хәл-торош һәм Көрсөккә ҡаршы үҙәктәр. Бинаның өс ҡатында 300-гә яҡын кеше эшләй.
Иң мөһиме – былар нимә өсөн кәрәк? Маҡсаты бер, аңлайышлы һәм үҙгәрмәй: йәшәү сифатын яҡшыртыу. Пафосһыҙ, асылда, шулай.
Ә һөҙөмтә – өс йылда 300 меңдән ашыу эшкәртелгән ялыу. Радий Хәбиров Башҡортостанға ҡайтҡас та ошо бурысты ҡуйғайны".
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.