Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
26 Март 2022, 13:20

Мәктәпте япҡандар!

63 уҡыусы баланың дауаханаға  мөрәжәғәт итеүе тураһында яҙғайныҡ инде...

Мәктәпте япҡандар!
Мәктәпте япҡандар!

23 мартта Ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбенең ашханаһында туҡланған балалар хәлһеҙлек тойоп һәм эсәк инфекцияһы билдәләре менән дауалау учреждениеһына  мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр иткәйнек: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-03-25/ik-e-dauahanala-altmyshy-y-2743872.

63 бала ағыуланған был күңелһеҙ хәлдән һуң тикшереү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре әлеге мәктәпте ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Был хаҡта Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Район дауаханаһынан мәғлүмәт алыу менән БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусыларының киҫкен эсәк инфекцияһы менән ауырыу осрағына бәйле эпидемиологик тикшереү башлаған. Белгестәр, ағыуланыуҙың сәбәбе вирус менән бәйле, тип күҙаллай.  

Бер үк ваҡытта мәктәпте аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән туҡланыу операторына ҡарата ла тикшереү эше алып барыла. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белдереүенсә, әле мәктәптең эшмәкәрлеге туҡтатылған. Был эш буйынса Башҡортостан прокуратураһы һәм Тәфтиш комитеты ла тикшереү башлаған.

Фото: tacinskaya.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: