Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
13 Декабрь 2022, 23:15

500 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән

Республикаға идара итеү үҙәге эшенә йомғаҡ яһалды.

500 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән
500 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән

2022 йыл башынан Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең "Инцидент - менеджмент" һәм "Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ" мәғлүмәт системалары 227 980 мөрәжәғәт теркәгән. Был 2021 йылға ҡарағанда 58 589-ға аҙыраҡ, ул йылда 286 569 хәбәр килгән булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда мөрәжәғәттәр һанының артыуы пандемия менән бәйле. Һөҙөмтәлә ике йыл эсендә, 2021 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың декабренә тиклем, Башҡортостан халҡынан 514 549 мөрәжәғәт килгән.

2022 йылда Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге район хакимиәттәренән, төбәктең министрлыҡтарынан һәм ведомстволарынан коллегалары менән бергә 222 417 мөрәжәғәтте ҡабул иткән - 2021 йыл менән сағыштырғанда 61 216-ға аҙыраҡ (2021 йылда 283 633 мөрәжәғәт булған). Ике йыл эсендә, 2021 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың декабренә тиклем, 506 050 мөрәжәғәт эшкәртелгән.

Ике йыл эсендә Башҡортостан халҡын ниндәй һорауҙар борсоған? Юл, төҙөкләндереү, өлөшләтә мобилизация, һаулыҡ һаҡлау/медицина, йәмәғәт транспорты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сүп-сар сығарыу, мәғариф мәсьәләләре. Ошо темалар буйынса мөрәжәғәттәр күп булған.

2021-2022 йылдарҙа Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге министрлыҡ һәм ведомстволарҙағы коллегалары менән бергә көнүҙәк темаларға 39 брифинг ойошторған. Уларҙың һигеҙен 2022 йылда үткәргәндәр. Йыл аҙағынаса тағы ла берәүҙе уҙғарыу күҙалланған.

2021-2022 йылдарҙа Башҡортостандың Республикаға идара итеү хеҙмәткәрҙәре “Сәләм” тапшырыуында 343 тапҡыр тура эфирға сыҡҡан. 2022 йылда 305 эфир - рус телендә 236 һәм башҡорт телендә 107.

Республикаға идара итеү үҙәге даими рәүештә муниципалитет башлыҡтары, министрҙар, төбәктең төрлө ведомстволары етәкселәре менән бәйләнештә тора. 2022 йылда үҙәк командаһы Ырымбур мосолмандары Диниә назараты башлыҡтары менән һигеҙ, министрҙар һәм ведомство етәкселәре менән 13 тура эфир үткәргән.

2020 йылдың 16 ноябренән республикала Хәл-торош үҙәге эшләй башлаған. Уны асҡан көндән 2022 йылдың декабренә тиклем төрлө темаларға 835 986 шылтыратыу булған.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе, “Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге” проекты етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, үҙәк ҙур эштәр башҡара. "Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырға тырыша, - тип билдәләне ул. - Ике йыл эсендә Республикаға идара итеү үҙәге район хакимиәттәренән, министрлыҡ һәм ведомстволарҙан коллегалары менән бергә 500 меңдән ашыу төрлө мөрәжәғәттәрҙе эшкәртте. Тағы ла ҡабатлайым, бындай һөҙөмтәгә тик берҙәм команда булып эшләгәндә генә өлгәшеп була".

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ил төбәктәрендә идара итеү үҙәктәре барлыҡҡа килә башланы. Башҡортостандағы үҙәк 2020 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы нигеҙендә булдырылды.

84 Республикаға идара итеү үҙәге эшен илдә "Төбәктәр диалогы" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы көйләй. Уның генераль директоры Владимир Табак белдереүенсә, ике йыл эсендә Республикаға идара итеү үҙәге граждандарҙың бөтә сығанаҡтарҙан 17 миллион мөрәжәғәтен эшкәрткән һәм социаль селтәрҙәге 123 мең власть органдары пабликтарын булдырыуҙа ҡатнашҡан.

Төбәктәр менән идара итеү үҙәктәренең эшенә йомғаҡ яһап, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, Республикаға идара итеү үҙәгенең ике йыл эшләү осоронда бөтә кимәлдәрҙә лә халыҡ менән властың һөҙөмтәле аралашыу вертикале төҙөлгән, тип билдәләне. Мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡыты 2,5 тапҡырға ҡыҫҡарған. Граждандарҙың һорау аналитикаһы нигеҙендә ике йылда урындарҙа төрлө өлкәләрҙә - торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, социаль тәьмин итеүҙә, төҙөкләндереүҙә меңдән ашыу идара итеү ҡарары ҡабул ителгән.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмө.

500 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән
500 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: