Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Август 2019, 17:55

Иҙәктә хәл яйға һалынды

Иҙәк йылғаһында хәл яйға һалынды, тип билдәләне белгестәр.

zen.yandex.ru
zen.yandex.ru
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһында хәл яйға һалынды, тип белдерҙе. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә лә ошо турала һүҙ барҙы. Унда йылғаның бысраныуына бәйле төҙөлгән эш төркөмө эшмәкәрлегенең йомғаҡтары тикшерелде.


Асыҡланыуынса, Иҙәккә Ҡаҙмышлы йылғаһына ағып төшкән канализация һыуы эләккән. Дәүләт аналитик контроль идаралығы белгестәре һыуҙы тикшереүгә алған. Анализ күрһәтеүенсә, һыуға “ПОЛИЭФ” предприятиеһына хас марганец һәм органик берләшмәләр кеүек бысраҡ матдәләр төшөүе арҡаһында кислород етешмәгән, һөҙөмтәлә балыҡтар һәләк булған.


Шул уҡ ваҡытта бысраҡ һыу аҡҡан торбалар предприятиеның технологик схемаһында күрһәтелмәгән. Бысратыу сығанағы билдәләнгәс тә, мәғлүмәт Башҡортостан район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына ебәрелгән. Уның вәкилдәре шунда уҡ урынға юлланған. “ПОЛИЭФ” йәмғиәтендә торбаларҙы консервациялау, бысраҡ һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларында эшкәртеү башланған.


Бынан тыш, ямғыр һыуы бысраҡ матдәләрҙе ағыҙмаһын өсөн ваҡытлыса дамба төҙөлгән. Йыйылған һыуҙы компанияның таҙартыу ҡоролмаларына һурҙырыу ойошторолған. Благовещен районында булған ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү өсөн төҙөлгән эш төркөмөнә Ринат Бәширов етәкселек итә.
Уның составында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, контроллек итеүсе һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре бар. Иҙәк йылғаһында хәл яйға һалына, тип билдәләне белгестәр.
«Мониторинг үлсәүҙәре нигеҙендә республика халҡына, айырыуса Благовещенда һәм Өфөлә йәшәүселәргә, ошо хаҡта хәбәр итәбеҙ: һыуҙың сифаты, уның тағы бысраныу ихтималы тураһында борсолорға урын юҡ», — тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

«Йылғаға химик матдәләр ағыҙыуға юл ҡуйған предприятиеға республикаға килтергән зыян өсөн закон буйынса яуап бирергә һәм компенсация түләргә тура киләсәк, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Ә был хәлде йәшерергә тырышҡан кешеләр шулай уҡ яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ. Белмәйем, ваҡыттың үҙгәргәнен аңлар өсөн миңә тағы нисә чиновникты эштән алырға кәрәк булыр икән?”


Әле Иҙәктә һыу анализдары даими өйрәнелә, өҫтәүенә тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн тупраҡ сифаты ла тикшерелә. ”Бөтә күрһәткестәр ҙә нормаға ярашлы”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов.



Читайте нас: