Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Август 2019, 19:20

Егетте Ҡарлыхан ауылында ерләйәсәктәр

Шаһиттар әйтеүенсә, башта егет оҙаҡ ҡына йөҙөп йөрөгән...

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Шаһиттар әйтеүенсә, башта егет оҙаҡ ҡына йөҙөп йөрөгән, ә аҙаҡ юҡҡа сыҡҡан.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандан 25 йәшлек егет Сорғоттағы һыу һаҡлағыста батҡан. Шаһиттар тиҙ генә ҡотҡарыусыларҙы саҡырған, водолаздар ҙа оҙаҡламай килеп еткән.

Сәғәт ярым эҙләгәндән һуң, егеттең мәйетен тапҡандар. Уны Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауылында ерләйәсәктәр.

Баҡтиһәң, Сорғотта һыу инеү өсөн йөҙөүгә ҡулайлаштырылған бер махсус урын да юҡ икән. Ә һыу һаҡлағыс техник маҡсаттар өсөн ҡулланыла, шуға күрә уның ағымы көслө, ә төбө тимер конструкциялар менән ҡоршалған. Ул иһә кеше ғүмере өсөн бик хәүефле.
Читайте нас: