Кисәге Нуриман районындағы фажиғә бар республиканы тетрәндерҙе. Өс, биш һәм ете йәшлек өс бәләкәй бала боҙ аҫтына ҡоланы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өлкәнен ҡотҡарып булманы.
Әле боҙҙоң иң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Йыл һайын ошондай боҙҙа республика буйынса унарлаған кеше, айырыуса яңғыҙ йөрөгән балалар һәм балыҡсылар һәләк була. Йоҡа боҙҙа үҙеңде нисек тоторға һәм бәләгә тарығандарға нисек ярҙам итергә? Был һорауҙарға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары яуап бирә. Уларҙы иғтибарлап тыңлайыҡ. Бәлки тап ошо кәңәштәр һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыр.
Ниндәй боҙ хәүефһеҙ һанала? Барыһы ла боҙ өҫтөндә бер юлы нисә кешенең йөрөүе һәм уның өҫтөндә нимә эшләргә йыйыныуынан тора. Нормативтарға ярашлы, бер кеше өсөн – 10 сантиметрҙан, каток өсөн – 12 сантиметрҙан, йәйәүлеләр үтеүе өсөн – 15 сантиметрҙан, автомобилдәр үтһен өсөн – 30 сантиметрҙан ҡалыныраҡ булырға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ныҡлы боҙ үтә күренмәле, йәшкелт йәки зәңгәрһыу төҫтә була. Ғәҙәттә, ул асыҡ, ҡарһыҙ ерҙә барлыҡҡа килә. Йоҡа боҙ – һөтлө-болғансыҡ, һоро төҫтә. Структураһы – күҙәнәкле, бындай боҙ алдан сытырламай емерелеүсән. Шулай уҡ ҡар менән ҡапланған “йәш” боҙ ҙа үтә хәүефле. Ҡар ҡаран урындарҙы йәшерә, боҙ ҡатламы үҫеүҙе әкренәйтә.
Иң йоҡаҡ боҙ – тиҙ ағымлы урында, ел өсөн асыҡ һәм тәрән урындарҙа, ләмле һәм торфлы һыу төбө булған ерҙә, һаҙлыҡлы ярҙар тирәһендә, һыу аҫты сығанаҡтары сыҡҡан ерҙә, күпер аҫтында, тар урындарҙа, сәнәғәт предприятиелары йылы һәм ҡайнар һыуҙарын түккән ерҙәрҙә, ҡамыш һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән урындарҙа күҙәтелә.
Боҙ аша үтеүҙән башҡа сара булмаған саҡта нимә эшләргә? Быны нисек хәүефһеҙ итергә? Боҙға ҡараңғы ваҡытта һәм насар күренгәндә (томан, ҡар яуғанда, ямғыр яуғанда) сығырға ярамай. Бер ҡасан да боҙ өҫтөндә йүгермәгеҙ һәм һикермәгеҙ. Ҡыш башында иң нығы һыу ятҡылығының уртаһы хәүефле. Ә аҙағында яр буйҙары, күпер аҫтары ҡурҡыныс. Махсус боҙ аша сығыу урынынан, тапалған һуҡмаҡтар, саңғы юлынан ғына барығыҙ. Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән һуғып тикшерергә ярамай. Әгәр саңғы таяғы менән ныҡ ҡына һуҡҡандан һуң саҡ ҡына һыу сыҡһа ла, тимәк, боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай. Тиҙ генә үҙегеҙҙең килгән эҙегеҙ буйынса артҡа китегеҙ, аяҡты шыуҙырып, боҙҙан айырмай ипләп баҫығыҙ. Аяҡтарҙы яурын киңлегенә ҡуйығыҙ – был көсөргәнеште күберәк майҙанға уртаҡ бүлергә ярҙам итәсәк. Боҙ шатырлай башлаһа йәки сатнаһа ла ошолай итергә кәрәк.
Туңған һыу ятҡылығын саңғы менән үтеү хәүефһеҙерәк. Тик уларҙың беркеткестәрен сиселгән килеш ҡалдырырға, таяҡ бауын ҡулға кейҙермәҫкә кәрәк. Рюкзак бар икән, уны бер яҡ яурынға аҫығыҙ. Ошолай иткәндә, насар хәл килеп тыуһа, тиҙ генә ауыр йөктө ташлай аласаҡһығыҙ.
Боҙҙо төркөм менән сыҡҡан осраҡта, бер-берегеҙ араһында биш-алты метр ара ҡалдырығыҙ. Үҙегеҙ менән 20-25 метр оҙонлоғондағы ныҡлы бау алығыҙ, уның бер осонда элмәк ҡалдырығыҙ һәм йөк бәйләгеҙ. Әгәр иптәшегеҙ боҙ аҫтына китә икән, был йөк бауҙы йырағыраҡ ташлау мөмкинлеге бирәсәк, ә элмәккә ул ныҡ итеп тотона аласаҡ. Һеҙ балыҡсы икән, мәкеләрҙе бер-береһенә биш-алты метр яҡынлыҡта эшләмәгеҙ, ара йырағыраҡ булһын. Үҙегеҙ менән мотлаҡ ҡотҡарыусы жилет алығыҙ.
Боҙ аҫтына төшөп китһәгеҙ нимә эшләргә? Ығы-зығыға бирелмәгеҙ, ҡырҡыу хәрәкәттәр эшләмәгеҙ, тын алышты нормаға килтерегеҙ. Ҡулдарығыҙҙы киң итеп тирә-яҡҡа һуҙығыҙ һәм боҙ ситенә йәбешергә тырышығыҙ. Был баш менән һыу аҫтына китмәҫ өсөн кәрәк. Ағым боҙ аҫтына алып китмәҫ яҡҡа барып йәбешергә тырышығыҙ. Ипләп кенә, боҙҙо емермәй, һалмаҡ ҡына итеп күкрәк менән боҙ өҫтөнә менегеҙ. Тәүҙә бер аяҡты, шунан икенсеһен мендерегеҙ. Боҙ емерелмәһә, яйлап ҡына ярға табан шыуышығыҙ. Ҡайһы яҡтан килдегеҙ, шул яҡҡа хәрәкәт итегеҙ.
Әгәр иптәшегеҙ боҙ аҫтына китһә, нимә эшләргә? Боҙло һыуға төшөп киткән кеше 10-15 минуттан туңа башлай, 20 минуттан иҫен юғалта. Шуға күрә ваҡыт бик аҙ, уның ғүмере һеҙҙең тиҙлектән торасаҡ. Үрҙә әйтелгән бауҙы, оҙон таяҡ, таҡта алығыҙ, шарфтарҙы, ҡайыш йәки кейемдәрегеҙҙе бәйләп бау эшләгеҙ. Ҡулығыҙҙы киң тарбайтып ҡаранға табан шыуышығыҙ. Яңғыҙ булмаһағыҙ, бер-берегеҙ артына ятығыҙ ҙа шыуышығыҙ. Бәләгә тарыған кешегә ярҙамға килеүегеҙ тураһында ҡысҡырығыҙ. Был уға ышаныс һәм көс бирәсәк.
Яҡын килеп, батып барған кешегә ҡулыңды биреү – хәүефле. Үҙегеҙҙең дә боҙ аҫтына емерелеп төшөп китеүегеҙ ихтимал. Шуға күрә етмәҫ элек өс-метр алыҫлыҡта туҡтағыҙ һәм таяҡ, бау – нимә бар шуны ташлағыҙ. Ипләп кенә уны һөйрәп сығарығыҙ, һәм бергәләп боҙ өҫтөнән шыуышығыҙ. Хәүефле урындан китеү менән бәләгә тарыған кешене йылы урынға алып барығыҙ. Кейемен тулыһынсы һығығыҙ, мөмкин булһа, ҡоро кейем кейҙерегеҙ. Уны полиэтиленға төрөгөҙ, шулай ул тиҙ йылынасаҡ. Мотлаҡ рәүештә “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.