Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡытайҙа коронавирус сире көсәйгән.
“Башинформ” агентлығы белдереүенсә, был хәлгә бәйле Өфө аэропортында санитар-карантин контроле көсәйтелгән. Бигерәк тә Ҡытайҙан ҡайтҡан туристарға иғтибар ҙур.
"Халыҡ-ара барлыҡ рейстар "Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелә. Айырыуса Ҡытайҙан осоп килгән самолет борттарында ентекле тикшереү ойошторола. Пассажирҙарҙың үҙҙәрен нисек тойоуы хаҡында һорашыла, тән температураһы үлсәнә. Үҙҙәрен насар хис иткәндәр шунда уҡ медпунктҡа оҙатыла. Ауыр хәлдәгеләр булһа, “Ашығыс ярҙам”да дауаханаға ебәрелә", - ти "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән Анастасия Кучимова.
Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, әле коронавирустан 17 кешенең вафат булғаны теркәлгән, 570 сирлегә ошондай диагноз ҡуйылған.
Шуныһы ғәжәпләндерә: ҡайһы берәүҙәрҙе хатта үлемесле инфекцияның таралыуы ла туҡтатмай, улар Ҡытайға ялға осоуын дауам итә икән.