Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Май 2020, 00:40

Владимир Путин тағы ниндәй ярҙам саралары тәҡдим итте?

2020 йылдың икенсе кварталына төп һалым түләүҙәре һәм страховка иғәнәләре түләтелмәй.

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин сираттағы тапҡыр халыҡҡа мөрәжәғәт итте һәм иҡтисадҡа, эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам төрҙәре тураһында ла белдерҙе.
Беренсенән, зыян күргән преприятиелар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүгә дәүләт иҫәбенә ҡаплау шарты менән кредит аласаҡ. Ташламалы кредит 2021 йылға тиклем түләү срогы һәм йылына ике процентҡа арттырып түләү шарты менән бирелә. Әгәр предприятие ошо ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәренең мәшғүллеген 90 процент кимәлендә һаҡлап ҡалһа, кредит күләме һәм процент ставкаһы дәүләт тарафынан ҡаплана. Әлегә тиклем зыян күргән тармаҡтарҙың предприятиелары өсөн эш хаҡына 0 процентлы ставка менән кредит һәм бер хеҙмәткәргә хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләмендә кире ҡайтарылмай торған ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелгәйне.
Икенсенән, 2020 йылдың икенсе кварталына төп һалым түләүҙәре һәм страховка иғәнәләре түләтелмәй. Зыян күргән тармаҡтарҙағы предприятиелар һәм коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар өсөн 2020 йылдың апрель, май, июнь айҙарына һалым түләүҙәрен (өҫтәмә хаҡҡа һалымдан тыш) һәм страховка иғәнәләрен ғәмәлдән сығарыу тағы ла бер ярҙам сараһы буласаҡ. Ул 1,5 миллионға яҡын предприятиеға ҡағыла.
Өсөнсөнән, үҙмәшғүлдәр 2019 йылда түләгән һалымын кире аласаҡ. Үҙмәшғүлдәр статусын рәсми алып, һөнәри килемгә һалым күсергән Рәсәй граждандарына шулай уҡ хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләмендә һалым капиталы бирелә.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: