Кисә Өфөлә күп ҡатлы йорт янынан үтеп барғанда бер ҡатын ярҙамға саҡырған бәләкәй малай тауышын ишетеп ҡала. Өҫкә күтәрелеп ҡараһа, бала бишенсе ҡатта урынлашҡан фатир тәҙрәһен шар асып, ҡысҡырып тора...
Янында өлкәндәрҙең юҡлығын, сара күрмәһәң, бәлә сығырын аңлаған ҡатын кисекмәҫтән ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә шылтырата. Граждандарҙы яҡлау хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, урынға полиция, эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелә.
Улар бер нисә төркөмгә бүленә. Берәүҙәр, бала янына альпинист ҡоролмалары ярҙамында төшөү ихтималлығы булһа тип, ҡыйыҡ башына менә. Бер хеҙмәткәр тәҙрә тәңгәлендә ҡала. Ҡалғандар инде фатирға йүнәлә. Ишек аша оҙаҡ өгөтләгәндән һуң малайҙы тәҙрә янынан китергә, ишкте асырға күндерә улар.
Ҡотҡарыусылар малайҙы ташлап китмәй - янында сәғәт тирәһе, әсәһе ҡайтҡансы, ҡала. Был хәлгә әсәй кеше бик ныҡ аптырай, сөнки, уның һүҙҙәренсә, дүрт йәшлек малай атаһы менән ҡалған булған, әммә тегенеһе, балаһын ҡалдырып, "мөһим" эштәре менән сығып киткән.
Бәхеткә, шулай итеп, битараф түгел кешеләр осрап, баланың ғүмере һаҡланып ҡалына.