Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июль 2020, 20:00

Бала тәрән ҡоҙоҡҡа ҡолаған

Ҡотҡарыусылар ҡоҙоҡ эсенә төшһә, унда бәләкәй малай ғына түгел, бер ир ҙә табыла. Баҡһаң...

Бәхетһеҙ осраҡ кисә кис Туймазы ҡалаһында булған. Балалар поликлиника биләмәһендә уйнап йөрөгән. Уларҙың береһе, туғыҙ йәшлек малай, ҡоҙоҡҡа осоп төшкән. Әйткәндәй, ул биш метр самаһы тәрәнлектә булған.
Ваҡиға урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар килеп етә. Асыҡланыуынса, ҡоҙоҡ эсендә бала ғына түгел, бер ир ҙә табыла. Баҡһаң, малайҙың ҡысҡырғанын ишеткән кеше уны ҡотҡарырға тип төшкән икән. Тик ярҙам итә алмаған. Шулай ҙа изге күңелле кеше баланы яңғыҙ ҡалдырмаған, янында ултырып, күңелен күтәрергә тырышҡан.
Ҡотҡарыусылар тәүҙә малайҙы, аҙаҡ ирҙе сығарған. Баланы шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: