Вафат булыусының кем булыуы әлегә билдәһеҙ икәнлеге хаҡында хәбәр иткәйнек. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан уның шәхесе асыҡланған, ул - Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 72 йәшлек пенсионер булған. Әлегә уның кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән, үлем сәбәбе тикшереләсәк. Ваҡиға урынынан 400 һум аҡса, бау, асҡыс, тәре һәм шариклы ручка алынған.