65 йәшлек Рәйес Ғәлимовты туғандары эҙләүҙе дауам итә. Социаль селтәрҙә улар һәр кемгә табышырға булышлыҡ ҡылыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.
“Дүртенсе тәүлек эҙләйбеҙ. Кем булдыра ала, эҙләүҙә ярҙам итһәгеҙ ине. Рәйес Ғәлимов 9 июлдә киске сәғәт унда өйҙән сығып китә һәм Иҫке Юрмаштан әйләнеп ҡайтмай”, - тип яҙа туғандары.
Өҫтөндә – майка-тельняшка, күк-йәшел төҫтәге шорты, башында - йәшел түбәтәй. Буй оҙонлоғо - 177 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр йөҙлө. Бөтә мәғлүмәтте “Лиза Алерт”тың ҡыҙыу линия телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ: 8-800-700-54-52.