Ярты көн дә үтмәне, яҡшы яңылыҡ килде: Белорет ҡалаһының Түбәнге ауыл биҫтәһе янындағы янғын һүндерелде.
Ҡалаға яҡын урынлашҡан урмандың яна башлауы тураһындағы хәбәр Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә 12.36 сәғәттә килә. Янғын өс гектар ерҙе ялмап ала. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар ебәрелә.
Бөтәһе 27 берәмек техника һәм 100 самаһы кеше ут менән көрәшә башлай. Улар араһында үҙ теләге менән сыҡҡан кешеләр ҙә була. Урман тораҡ йорттарға яҡын ерҙә яныуына ҡарамаҫтан, халыҡты эвакуациялау талап ителмәй. Уттың төп усағын тиҙ арала һүндереүгә өлгәшәләр. Әлеге ваҡытта янғын һүндереүселәр урында эшләүен дауам итә. Улар уттың артабан таралмауын күҙәтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Белорет районындағы урман янғындары бының менән генә бөтмәй. Урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ике тапҡыр Үҙән урман хужалығында янғын сыға, ә төштән һуң Тирлән урман хужалығында өс гектар ерҙә янғын сығыуы асыҡлана. Бишенсе янғын 15.00 сәғәттә Көньяҡ Урал ҡурсаулығында, Рәүәт ауылы янында ла сыға.
Көндәр бик эҫе тора. Бер шырпынан тотош урмандың юҡҡа сығыуы ихтимал. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ. Урманда усаҡ яғыуҙан тыйылайыҡ.
Фото: Белорет районы хакимиәте.